Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
2 Октябрь 2020, 05:26

“Иҡтисади бәйләнештәрҙе һаҡларға теләйбеҙ”

Мәскәүҙә Беларусь һәм Рәсәй төбәктәре форумы уҙҙы.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Мәскәүҙә үткән VII Беларусь һәм Рәсәй төбәктәре форумында ҡатнашты.


Мәскәү менән Минск ара­һында видеокүпер форматында уҙған пленар ултырышты Федерация Советы рәйесе Валентина Матвиенко, Беларусь Республикаһы Премьер-министры Роман Головченко алып барҙы.


Сараның темаһы – “Бөйөк Еңеүҙең тарихи ҡомартҡыһы, Беларусь һәм Рәсәй халыҡ­тарының социаль-иҡтисади үҫеше, рухи бәйләнештәре нигеҙе булараҡ”. Рәсәй Президенты Владимир Путин менән Беларусь Президенты Александр Лукашенко мөһим сарала ҡатнашыусыларға үҙҙәренең сәләмен ебәрҙе.


“Ике дәүләт етәкселеге ил­дәр араһындағы тиңлек һәм бер-береңдең мәнфәғәттәрен кү­ҙәтеү нигеҙендәге бәйлә­неш­тәр үҫешенә өҫтәмә һулыш бирергә әҙер”, – тине Владимир Путин.


Александр Лукашенко фо­румдың һөҙөмтәлелеген бил­дәләне. Ошо йылдарҙа 300-ҙән ашыу килешеү, ике миллиард долларға контракт төҙөлгән.


Радий Хәбиров үҙ сы­ғы­шында Башҡортостан менән Беларусь араһындағы сауҙа-иҡтисади һәм мәҙәни бәй­ләнештәр, шулай уҡ Бөйөк Ватан һуғышы йылдарындағы был халыҡтар батырлығы ми­ҫалында илһөйәрлек, граж­дан­лыҡ яуаплылығын тәрбиә­ләү тураһында һөйләне.


– Беҙ сәнәғәт коопера­ция­һы, аграр сәнәғәт комплексы, машина эшләү тармаҡ­тарын­да әүҙем хеҙмәттәшлек итә­беҙ, бергә ауыл хужалығы техникаһы сығарабыҙ. Әлбит­тә, киләсәктә лә был мөһим иҡтисади бәйләнештәрҙе һаҡларға теләйбеҙ.


Беҙҙең күп милләтле республикала 18 мең самаһы белорус йәшәй. Уларға йолаларын һаҡларға ярҙам итәбеҙ, туған телендә белем алыуға шарттар тыуҙырабыҙ, – тине Башҡортостан Башлығы.


Пленар ултырышта Баш­ҡортостан һәм Беларусь республикалары Хөкүмәттәре араһында сауҙа-иҡтисади, ғилми-техник, социаль-мәҙәни тармаҡтар буйынса килешеү­ҙәргә ҡул ҡуйылды.
Читайте нас