Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
9 Октябрь 2020, 13:00

Улар тарихыбыҙҙа яҡты эҙ ҡалдырҙы

Өфөлә ике күренекле дәүләт эшмәкәре – Муллаян Халиҡов менән Хафиз Ҡушаевтың иҫтәлеген мәңгеләштереү маҡсатында мемориаль таҡтаташтар ҡуйылды.

Республика көнө алдынан Өфөлә ике күренекле дәүләт эшмәкәре – Муллайән Халиҡов менән Хафиз Ҡушаевтың иҫтәлеген мәңгеләштереү маҡсатында Башҡортостандың Милли музейы бинаһында мемориаль таҡтаташтар ҡуйылды.
– Республика көнө алдынан башҡорт халҡының данлыҡлы улдары Хафиз Ҡушаев менән Муллайән Халиҡовҡа мемориаль таҡтаташтар асабыҙ, – тине тантанала Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Ғәлим Яҡупов.
Милли музейҙың генераль директоры Марат Зөлҡәрнәев барыһын да ошо күркәм тарихи сара менән ҡотланы. Ул 1920 – 1925 йылдарҙа ошо музей бинаһында республика тарихының башланыуы, ошондай шәхестәрҙең ундағы роле тураһында һөйләне. Бүздәк районы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Лариса Баймөхәмәтова күренекле яҡташтары Муллайән Халиҡов хаҡындағы иҫтәлекте ҡәҙерләп һаҡлауҙары, арҙаҡлы яҡташтарына бюст асырға теләүҙәре, районда даими уҙғарылған Халиҡов уҡыуҙары һәм башҡалар хаҡында хәбәр итте.
Күркәм тантанаға ике данлыҡлы шәхестең туғандарының килеүе сараға оло мәртәбә өҫтәне. Силәбе өлкәһенән Хафиз Ҡушаевтың туғаны Мөхтәрәмә Ишбулатова ғорурланып, шәхестең бер туған ҡустыһы Ҡәйүмдең туғанына таҡтаташ ҡуйыу хаҡындағы уй-хыялының бөгөн тормошҡа ашыуы хаҡында ҡыуанып һөйләне. Муллайән Халиҡовтың туғаны Хизә Шафиғуллина ла ошондай сара үткәргәндәре өсөн рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.
Был ике күренекле дәүләт эшмәкәре халҡыбыҙ тарихында, ысынлап та, яҡты эҙ ҡалдырған. Башҡортостандың дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре, 1919 йылдан ВКП(б) ағзаһы, БАССР-ҙың Үҙәк башҡарма комитетының өсөнсө рәйесе, сәйәси золом ҡорбаны Хафиз Ҡушай улы Ҡушаев 1888 йылдың 15 октябрендә Ырымбур губернаһы Силәбе өйәҙенең Сәләй (Көҙәш) ауылында тыуған.
Ул Өфө ҡалаһында “Ғәлиә” мәҙрәсәһендә уҡый, революцион хәрәкәттә ҡатнашыуы сәбәпле уҡыуын ҡалдырырға мәжбүр була. 1909−1917 йылдарҙа армия сафында хәрби хеҙмәттә була.
Хафиз Ҡушай улы 1917 йылдың октябренән һуң Башҡортостан автономияһы өсөн көрәштә ҡатнаша, 1918 йылда Арғаяш кантоны идараһы рәйесе була, 1919—1921 йылдарҙа Башҡортостан АССР-ы Арғаяш кантонының хәрби комиссары, кантон идараһы рәйесе вазифаларын башҡара.
1922—1929 йылдарҙа Хафиз Ҡушаев Башҡортостан Үҙәк Башҡарма комитеты рәйесе булып эшләй. Латин графикаһы нигеҙендә яңы башҡорт алфавитын төҙөүҙә ҡатнаша.
1929—1937 йылдарҙа ул СССР Үҙәк Башҡарма комитеты аппаратында эшләй, «Совет власы» нәшриәтендә яуаплы вазифалар башҡара. Хафиз Ҡушай улы 1937 йылда репрессияға дусар була, 1957 йылда аҡлана.
Муллайән Дәүләтша улы Халиҡов – Башҡорт милли-азатлыҡ хәрәкәте етәкселәренең береһе, күренекле дәүләт эшмәкәре, сәйәси золом ҡорбаны. Ул 1894 йылдың 4 февралендә Өфө губернаһы Бәләбәй өйәҙенең (хәҙерге Бүздәк районы) Аҡтау исемле башҡорт ауылында тыуған.

Муллайән Халиҡов хеҙмәт юлын башланғыс мосолман мәктәбе уҡытыусыһы, китапханасы булып башлай. Темәстә алты йыллыҡ Башҡорт башланғыс училищеһында уҡытҡан осорҙа ул милли-азатлыҡ хәрәкәтенә ҡушылып китә.

1922 йылда Муллайән Дәүләтша улына Оло Башҡортос­тан хөкүмәте рәйесе вазифаһын ышанып тапшыралар. 1925 йылдың аҙағында ул Мәскәүгә эшкә китә. РСФСР финанс комиссариатының Бюджет идаралығы начальнигы урынбаҫары булып эшләй.
1937 йылдың 25 июлендә Халиҡов, совет власына ҡаршы эшмәкәрлектә ғәйепләнеп, НКВД органдары тарафынан ҡулға алына. Ике айҙан һуң Муллайән Дәүләтша улы Халиҡов СССР Юғары Советының Хәрби коллегияһы ҡарары буйынса атыла. Егерме йыл үткәс, 1958 йылдың 28 ғинуарында, шул уҡ Коллегияның ҡарары менән аҡлана.
Фото: Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты (скриншот).
Читайте нас