Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Алан Марзаевты, биләгән вазифаһынан бушатып, Башҡортостан Республикаһының транспорт һәм юл хужалығы министры итеп тәғәйенләү тураһындағы Указға ҡул ҡуйҙы.
Алан Викторович Марзаев 1973 йылдың 14 майында Төньяҡ Осетия – Аланияның Ардон ҡалаһында тыуған. Горск дәүләт аграр университетын, Хоҡуҡ һәм идара итеү академияһын тамамлаған, иҡтисад фәндәре кандидаты.
Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1994 йылда Төньяҡ Осетия – Алания Республикаһының Дәүләт һалым инспекцияһында дәүләт һалым инспекторы булып башлай. Төрлө йылдарҙа Рәсәй Һалымдар һәм йыйымдар министрлығының Төньяҡ Осетия – Аланиялағы Дигора районы буйынса инспекцияһы етәксеһе, Федераль һалым хеҙмәтенең Владикавказ буйынса 2-се район-ара инспекцияһы начальнигы урынбаҫары, Мәскәү өлкәһенең Чехов районы хакимиәтендә контроль-ревизия идаралығы начальнигы, Рәсәй Президенты идаралығының Федераль Йыйылыш һәм сәйәси партиялар менән үҙ-ара эш итеү департаменты советнигы, Финанс университетында кафедра доценты, Федераль һалым хеҙмәтенең Мәскәү өлкәһе буйынса 18-се район-ара инспекцияһы начальнигы, артабан Домодедово ҡалаһы буйынса инспекция начальнигы була. 2019 йылда – Башҡортостан Башлығы ярҙамсыһы. 2019 – 2020 йылдарҙа – Башҡортостандың Юл хужалығы идаралығы етәксеһе, 2020 йылда – республиканың Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты рәйесе.