Бөгөн Өфөнөң Мосолмандар зыяратында полиция генерал-лейтенанты Артур Әхмәтхановҡа бюст асыу тантанаһы булды. Унда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров та ҡатнашты.
Башҡортостандың арҙаҡлы улы уголовный розыск хеҙмәткәренән Эске эштәр министрлығының төбәк идаралығы етәксеһенә тиклем юл үткән кеше. Күп йылдар Башҡортостанда ЮХХДИ һәм йәмәғәт хәүефһеҙлеге милицияһы етәксеһе булды. 2018 йылдың октябрендә ул тыуған республикаһына әйләнеп ҡайтты. Шул көндән алып бөтә көс структуралары эшмәкәрлеген көйләгән вице-премьер булды. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, былтыр май айында оҙайлы сирҙән вафат булды.
– Ваҡыт алға йүгерә, арҡаҙашыбыҙ һәм дуҫыбыҙ, Башҡортостан һәм Рәсәйҙең ысын патриоты Артур Фәрүәз улы Әхмәтханов менән хушлашыуыбыҙға йыл ярым ваҡыт үтеп тә киткән. Яҙмыш шулай ҡушҡандыр, ул бөтә ғүмерен Рәсәйгә хеҙмәт итеүгә бағышланы, һуңғы йылдарында Хөкүмәттә эшләне. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, мәкерле сир уны беҙҙең аранан тартып алды. Миңә, етәксе булараҡ та, кеше булараҡ та был бик ҙур юғалтыу булды. Яныбыҙҙа уның кеүек көслө һәм ышаныслы кеше бар саҡта күп мәсьәләләр һөҙөмтәлерәк хәл ителә ине. Был бөтәбеҙ өсөн дә әйтеп бөткөһөҙ ҙур юғалтыу. Һәйкәл асыу – уның тырыш хеҙмәтенә, тормош юлына хөрмәт һәм дан билдәһе, уның туғандарына һәм яҡындарына ихтирам күрһәтеү. Артур Фәрүәз улы тураһындағы хәтер мәңге беҙҙең йөрәктәрҙә, – тине Радий Фәрит улы.
Тантанала Рәсәй милли гвардияһы ғәскәрҙәренең Волга буйы федераль округы командующийы, генераль-полковник Александр Порядин да ҡатнашты. Уның белдереүенсә, ошондай мөһим көндө ул республикаға килмәй ҡала алмаған.
- Артур Фәрүәз улы милли гвардия ғәскәрҙәре етәкселәре араһында иң абруйлы кешеләрҙең береһе ине. Беҙ уның менән бергә Волга буйы федераль округы сиктәрендә яңы структура булдырҙыҡ. Ул полиция араһында ғына түгел, ә хәрби подразделениелар һәм махсус тәғәйенләнештәге көстәр араһында ла ҙур абруй яуланы. Уның ҡаҙаныштары бик ҙур, мин бөтә коллектив исеменән уның алдында баш эйәм. Артур Фәрүәз улы, беҙ һине мәңге хәтерләйәсәкбеҙ, – тине Александр Порядин.
Артур Әхмәтхановтың тол ҡатыны Фидәлиә Фәнил ҡыҙы иренең хәтерен мәңгеләштергән өсөн рәхмәт әйтте.
Тантана бер минутҡа тын ҡалыу һәм һәйкәлгә сәскәләр һалыу менән тамамланды.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.