Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
15 Октябрь 2020, 16:00

Генерал-полковниктан – юғары баһа

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Рәсәй милли гвардияһы ғәскәрҙәренең Волга буйы округы командующийы Александр Порядин менән осрашты.

Бөгөн Республика йортонда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Рәсәй милли гвардияһы ғәскәрҙәренең Волга буйы округы командующийы, генерал-полковник Александр Порядин менән осрашты. Улар төбәктә йәмәғәт тәртибен һаҡлау өсөн үҙ-ара эшмәкәрлекте нығытыу буйынса фекер алышты.
Башҡортостан Башлығы командующийҙы Рәсәй милли гвардияһы ғәскәрҙәренең Волга буйы округы барлыҡҡа килеүенең 40 йыллығы менән ҡотланы. Генерал-полковник Александр Порядин “Росгвардия” бурыстарын үтәү барышында республика менән хеҙмәттәшлеккә һәм хоҡуҡ тәртибен тәьмин итеү буйынса берлектәге эштең һөҙөмтәлелегенә юғары баһа бирҙе.
“Росгвардия” ғәскәрҙәренә йөкмәтелгән вәкәләттәрҙе тормошҡа ашырыуҙа ярҙам күрһәткән өсөн ул Радий Хәбировҡа Рәсәй Федерацияһы милли гвардияһы ғәскәрҙәре федераль хеҙмәтенең Почет грамотаһын тапшырҙы.
Фото: glavarb.ru
Читайте нас