Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
15 Октябрь 2020, 07:00

Константин Толкачев нисәнсе урында?

Телевидение, радио, гәзит-журналдар, мәғлүмәт агентлыҡтары, интернеттағы киң мәғлүмәт саралары мәғлүмәттәре иҫәпкә алынған

Рәсәй парламенттары рәйестәренең рейтингын билдәләгәндәр. Мәғлүм булыуынса, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев “Медиалогия” мәғлүмәт-аналитика системаһының 2020 йылдың сентябрь айына ҡарата мәғлүмәттәре буйынса, Рәсәй парламенттары башлыҡтары араһында 5-се позицияла.
Медиарейтинг тураһындағы мәғлүмәттәр “Медиалогия” мәғлүмәт-аналитика системаһы тарафынан баҫып сығарылды. Был компания 2003 йылдан алып киң мәғлүмәт сараларына мониторинг һәм анализ өлкәһендә лидер булып тора. “Медиалогия” мәғлүмәт-аналитика системаһы 56 меңдән ашыу сығанаҡты берләштерә. Унда телевидение, радио, гәзит-журналдар, мәғлүмәт агентлыҡтары, интернеттағы киң мәғлүмәт саралары мәғлүмәттәре иҫәпкә алына.
Читайте нас