Ҡариҙел районы башлығы Илдар Ғарифуллин вазифаһынан китте. Был хаҡтағы ҡарар бөгөн, 15 октябрҙә, бишенсе саҡырылыш Ҡариҙел район Советының сираттан тыш ултырышында ҡабул ителгән.
“Хөрмәтле ҡариҙелдәр! Бөгөн мин Ҡариҙел районы хакимиәте башлығы вазифаһындағы эшмәкәрлегемде тамамлайым. Оҙаҡ йылдар дауамында яуаплы урында хеҙмәт итеп, үҙемде һәр сәғәттә һәм тулыһынса муниципалитетты үҫтереүгә арнаным, намыҫ менән һөҙөмтәгә ынтылдым. Ҡасандыр яҙмыш ҡушыуы буйынса ошо хозур төбәккә килеүем менән бәхетлемен. Ул минең өсөн яҡын төйәккә әйләнде. Бында ҡыҙыҡлы, һоҡланғыс һәм изге күңелле кешеләр йәшәй. Бөгөн Ҡариҙел – урман сәнәғәте, ауыл хужалығы, эшҡыуарлыҡ һәм туризм тармаҡтары уңышлы үҫешкән төбәк. Муниципаль район хакимиәте коллективына, ауыл биләмәләре башлыҡтарына, ойошма һәм предприятие етәкселәренә, урындағы халыҡҡа бергә башҡарған емешле хеҙмәт өсөн рәхмәт һүҙҙәремде еткерәм. Район киләсәктә лә сәскә атһын, социаль-иҡтисади йәһәттән үҫһен. Ә һеҙгә, хөрмәтле ҡариҙелдәр, ихлас күңелдән бәхет, ныҡлы һаулыҡ, ғаилә именлеге, уңыштар һәм барлыҡ башланғыстарҙы тормошҡа ашырыуҙа дәрт-дарман теләйем”.