Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
21 Октябрь 2020, 15:00

Шаранда – яңы башлыҡ

Бөгөн Шаран районы Советы ултырышында Башҡортостан Республикаһының Шаран районы хакимиәте башлығын һайлау мәсьәләһе ҡаралды.

Бөгөн Шаран районы Советы ултырышында Башҡортостан Республикаһының Шаран районы хакимиәте башлығын һайлау мәсьәләһе ҡаралды. Тауыш биреү һөҙөмтәһендә был вазифаға Фидан Ишемғолов һайланды.
Ишемғолов Фидан Әлфир улы 1981 йылдың 4 авгусында Башҡортостандың Октябрьский ҡалаһында тыуған. Ике юғары белемгә эйә. Хеҙмәт юлын 2004 йылда республиканың Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм сауҙа министрлығында халыҡ-ара бәйләнештәр бүлегендә башлай.
2009 йылдың майынан Башҡортостан Республикаһы Президенты хакимиәтендә эксперт-аналитика идаралығының иҡтисад инфраструктураһы үҫеше бүлегендә эшләй. Артабан ошонда уҡ тышҡы бәйләнештәр бүлеге мөдире була. 2014 йылдан 2019 йылға тиклем БР Хөкүмәте Аппаратының иҡтисадты модернизациялау бүлеге менән етәкселек итә.
2019 йылдың майынан бөгөнгәсә Ағиҙел ҡалаһы хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары вазифаһын башҡара.
Ошоғаса Шаран районы хакимиәте башлығы булып эшләгән Илгиз Сәмиғуллинға фиҙакәр хеҙмәте өсөн рәхмәт белдерелде һәм ул “Шаран районының Почетлы гражданы” исеме менән бүләкләнде.
Фото: Шаран районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.
Читайте нас