Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
23 Октябрь 2020, 07:12

Оло награда менән ҡотлайбыҙ!

Рәсәй Президенты Указы менән Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары – Хөкүмәт Аппараты етәксеһе Илшат Тажетдинов оҙаҡ йылдар намыҫлы эшләгәне, өлгәшелгән хеҙмәт уңыштары өсөн юғары дәүләт наградаһы – II дәрәжә “Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн” орден миҙалы менән бүләкләнде.

Илшат Азамат улының эшмәкәрлеге дәүләт хеҙмәте менән тығыҙ бәйле. 1998 йылда Башҡортостан Президенты Хакимиәтендә белгес вазифаһынан башлана был юл. Артабан Илшат Тажетдинов Финанс министрлығында, Федераль ҡаҙнасылыҡтың республика идаралығында, Башҡорт дәүләт университетында эшләй. 2010 йылдан Башҡортостан Хөкүмәте Аппаратына етәкселек итә.
Һөҙөмтәле ғәмәли эшмәкәрлекте ғилми-тикшеренеү эше менән уңышлы берләштерә ул. “Социаль-иҡтисади системалар үҫешенә стратегик идара итеү” тигән тема буйынса докторлыҡ диссертацияһын яҡлаған. “Башҡортостан Республикаһы алдындағы хеҙмәттәре өсөн” ордены, Башҡортостан Республикаһының Почет грамотаһы менән бүләкләнгән.

Илшат Тажетдинов – Башҡортостандың атҡаҙанған иҡтисадсыһы.

Читайте нас