Стәрлетамаҡҡа эш сәфәре барышында республика етәксеһе яңы төҙөлгән йоғошло ауырыуҙар үҙәге майҙансығын ҡараны, төбәктең сәнәғәт предприятиеларында булды.
Төҙөлөш 1 декабргә тамамланасаҡ
Яңы төҙөлгән дауахананың майҙаны – 14 мең квадрат метр, бина 312 ауырыуҙы һыйҙыра аласаҡ. Проектҡа ярашлы, бында ябай бокстар, реанимация палаталары, шулай уҡ бала тыуҙырыу, балалар, томография бүлексәләре, хирургия блогы, бак-лаборатория буласаҡ. Госпиталь биләмәһендә иһә – санавиация өсөн вертолет майҙансығы. Әле төҙөүселәр уның һәм һигеҙ корпус өсөн нигеҙ плитәләре һалған, инеү юлдарын эшләгән, электр тапшырыу линияһы үткәргән, буласаҡ 1-се корпустың металл конструкцияларын йыя башлаған. Майҙансыҡта тәүлек әйләнәһенә 150-нән ашыу кеше, шулай уҡ 64 берәмек техника эшләй. Әле 486 миллион һумлыҡ медицина ҡорамалы алыуға контракттар төҙөлгән. Госпиталде заманса медицина техникаһы менән йыһазландырыуға барлығы 795 миллион һум аҡса тотоноласаҡ.
Радий Хәбиров яңы дауахана өсөн персонал әҙерләүгә ныҡлы иғтибар бүлергә ҡушты. Башҡортостан Башлығы белдереүенсә, төҙөлөш 1 декабргә тиклем тамамланасаҡ, 5 декабрҙә тәүге пациенттарҙы ҡабул итәсәктәр.
– Беҙ төрлө ғилми учреждениеларҙың күҙаллауҙарын ҡараныҡ: яҡын арала коронавирус менән сирләү кәмер тип уйларға нигеҙ юҡ. Шуға күрә сир хәүефенә ҡаршы тороу маҡсатында төрлөсә әҙерләнәбеҙ, – тине Радий Хәбиров. – Был дауахана коронавирус инфекцияһы үткәс, тиҙ генә күп профилле үҙәккә әйләнә аласаҡ. Бында бала табыу бүлексәһе лә, хирургия блогы ла, балалар корпусы ла бар. Тимәк, Стәрлетамаҡ бөтөн яҡлап йыһазландырылған заманса клиникалы буласаҡ.
“БСК” ниндәй маҡсаттар ҡуя?
Артабан Радий Хәбиров “БСК”-ның етештереү объекттарында булды һәм предприятиеның артабанғы үҫеш мөмкинлектәре тураһында һөйләште.
Төбәк етәксеһе Шахтау карьерына барҙы. Ул сода етештереүҙең төп сеймал базаһы булып тора. Әле бында карьерҙың бер өлөшө ҡоро, икенсеһе һыулы, сеймал һыу аҫтынан алына.
“БСК”-ның генераль директоры Эдуард Давыдов белдереүенсә, предприятиела карьерҙы файҙаланыу ваҡытын оҙайтыу өсөн бер нисә сара ҡабул иткәндәр. Мәҫәлән, һыу аҫтынан табыу элек 15 метр тәңгәлендә булһа, хәҙер тәрәнлекте 18 метрға тиклем еткергәндәр.
“Предприятие 2027 йыл аҙағына тиклем сеймал менән тәьмин ителгән тип ышаныслы әйтә алабыҙ, – тине Эдуард Давыдов. – Карьерҙы файҙаланыу ваҡытын оҙайтыу өсөн өс институтҡа тикшереүҙәргә заказ бирҙек. Ғалимдар шуны асыҡларға тейеш: эзбизташты тәрәнерәк ерҙән сығарып буламы, нисек һыуҙы ағыҙып алырға, уны ҡайһылайтып таҙартырға, беҙ әле тапҡан кимәлдән аҫтараҡ сифаты ниндәй? Был тикшереүҙе бер йыл-йыл ярым эсендә тамамларға тейешбеҙ. Һәм беҙҙә тәрәнерәк ерҙән сеймал табыу өсөн кәрәкле ҡорамалдар төҙөүгә дүрт-биш йыл ваҡыт буласаҡ. Тикшереү һөҙөмтәһе буйынса сеймал базаһын тағы 25, иң күбендә 30-35 йылға тиклем арттырыу мөмкинлеге буласаҡ”.
Радий Хәбиров был башланғыстарҙы хупланы, республиканың предприятие тотороҡло эшләһен өсөн сеймал менән тәьмин итеүҙә булышлыҡ ҡылырға әҙер булыуын белдерҙе. Шулай уҡ Ҡуштау шиханының бынан ары сеймал базаһы булараҡ ҡаралмаясағын белдерҙе. Ул айырым һаҡланған тәбиғәт биләмәһе статусын алды. Тауға ЮНЕСКО кимәлендә тәбиғәт һәйкәле статусы биреү мәсьәләһе лә ҡарала.
Башҡортостан Башлығы “БСК”ның профсоюз активы менән дә осрашты. Унда предприятиеның үҫеш мөмкинлектәрен ҡаранылар, социаль сәйәсәтен, ағымдағы санитар-эпидемиологик хәлде тикшерҙеләр.
Радий Хәбиров әйтеүенсә, Президент Владимир Путиндың ҡушыуы буйынса, Рәсәй Хөкүмәте менән берлектә компания эшмәкәрлегендә һәм уның акционерҙарының оҙайлы йыл дауамында йыйылған проблемаларын этаплап тикшерәсәктәр.
– Беҙ Генераль прокуратураның дәғүә ғаризаларын хупларға ҡарар иттек. “БСК”ның акциялары Рәсәй Федерацияһы милкенә күсергә тейеш тип иҫәпләйбеҙ, – тине Радий Хәбиров. – Шул уҡ ваҡытта артабан компания менән идара итеүҙә республиканың мәнфәғәттәре зыян күрмәйәсәк, ә нығынасаҡ ҡына. Беҙҙең пакет ҙур буласаҡ. Был ниндәйҙер ваҡытты аласаҡ, әммә предприятиены, һис шикһеҙ, тотороҡло киләсәк көтә.
Төбәк етәксеһе белдереүенсә, суд процедуралары тамамланып, компания менән идара итеү форматы тураһында ҡарар ҡабул ителгәс, предприятие етештереү эшен яңыртырға, экологик сәйәсәткә ҙурыраҡ иғтибар бирергә тейеш.
– Һеҙгә был йүнәлеш буйынса проект офисы булдырырға кәрәк. Әлеге ваҡиғаларҙың тамамланыуын көтөп тормайынса, артабан эшләүегеҙ бик яҡшы. Инвестиция проекттары менән беҙгә йышыраҡ килһәгеҙ ине, – тине Радий Хәбиров.
Төбәк етәксеһе ай эсендә “Сәнәғәт сәғәте” үткәреп, уны “БСК”ның үҫешенә арнарға ҡушты. Унда сеймал базаһын нығытыу, етештереүҙе үҫтереү, экологик программа ҡабул итеү һәм башҡа мәсьәләләр ҡараласаҡ.
Эдуард Давыдов белдереүенсә, компанияның Мәскәүҙәге сауҙа офисын ябып, уны Стәрлетамаҡҡа күсереү аҡсаны экономиялауға килтергән. Был сумма эш хаҡын 12,5 процентҡа күтәреү, төшкө ашҡа түләүҙе компенсациялау, хеҙмәткәрҙәргә бушлай беренсе юғары белем алыу мөмкинлеге биргән. Йәш белгестәр өсөн торлаҡ программаһы эш башлаған. Ул ипотека буйынса процент ставкаһын компенсациялау йәки беренсе иғәнә өсөн бүлеп түләүҙе күҙ уңында тота. Бынан тыш, коронавирус менән сирләгән хеҙмәткәрҙәр дарыуҙар хаҡын өлөшләтә ҡаплата ала.
– “БСК” – ҙур мөмкинлеккә эйә предприятие, уның ҡеүәте әле тулыһынса файҙаланылып бөтмәгән, беҙ быны һәр ваҡыт аңланыҡ. Ул - сода етештереү буйынса донъя баҙарында лидерҙарҙың береһе. Бында юғары маржинарлы, сәнәғәт тармағы һәм башҡа ҡулланыусылар өсөн кәрәкле сеймал етештерәләр. Беҙҙең бурыс – был сеймалдың ошонда уҡ эшкәртелеүен һәм өҫтәмә хаҡы ла бында тороп ҡалыуын тәьмин итеү. Шуны әйтәм, “БСК” – беҙҙең ышаныслы парнерҙарыбыҙҙың береһе, – тине Радий Хәбиров.
Башҡортостан Башлығы “Стерэкс Пак” предприятиеһында булып, асептик ҡаптар етештереү технологияһы менән танышты, шулай уҡ республикала етештерелгән төҙөлөш һәм коммуналь техника өлгөләрен ҡараны.
“Стерэкс Пак”тың асыҡ майҙансығында “Красный пролетарий” Стәрлетамаҡ заводы “КамАЗ” шассиһында артҡы тейәгесле сүп-сар һәм насос-транспорт машиналары моделдәрен тәҡдим итте. Был техниканы сит ил партнерҙары – ELEM HI-TECH CORPORATION (Ҡытай) һәм MUT (Австрия) фирмалары менән берлектә инвестиция программаһына ярашлы эшләгәндәр. Бынан тыш, предприятие сериялы нефть промыслаһы ҡорамалдары, шулай уҡ сәнәғәттең төрлө тармаҡтары өсөн стандарт булмаған ҡорамалдар етештерә.
Тағы бер республика етештереүсеһе - Ишембайҙың “Инман” заводы төрлө ауырлыҡтағы йөктө күтәреү ҡеүәтенә эйә кран-манипулятор ҡулайламаһын күрһәтте. 2011 йылдан алып был предприятие PALFINGER Австрия концернына инә һәм үҙебеҙҙең иҡтисад баҙарында лидерҙарҙың береһе булып тора. 2019 йылда “Инман” заманса яңыртыла башланы, бының өсөн 270 миллиондан ашыу аҡса һалды. Был проектты тормошҡа ашырыу буйынса килешеүгә 2018 йылда “Инвестиция сәғәте”ндә ҡул ҡуйылғайны.
“Стерэкс Пак” та, “Инман” да республика ярҙамы алды: икеһенә лә төбәктең Сәнәғәтте үҫтереү фондынан льготалы финанслау, ә икенсеһенә өҫтәп һалым ташламалары бирелде. Радий Хәбиров предприятие етәкселәре менән иҡисадтың төрлө тармаҡтарына тәғәйенләнгән техника ассортиментын киңәйтеү мәсьәләһе буйынса һөйләште.
“Стерэкс Пэк” ойошмаһының импортҡа алмаш өлкәһендәге инвестиция проекты Стәрлетамаҡ районының Оло Ҡуғанаҡ ауылында 2019 йылда старт алғайны. Уны республиканың Инвестиция комитеты хупланы. Был – аҙыҡ-түлек сәнәғәте өсөн күп ҡатлы асептик ҡаптар етештереү заводы төҙөү. Инвестицияларҙың дөйөм күләме 1,8 миллиард һум тәшкил итә.
Предприятиеның генераль директоры Дмитрий Голобородин аңлатыуынса, уларҙың заманса тауарҙары Рәсәйҙә генә түгел, сит илдәрҙә лә ҙур һорау менән файҙаланыла. Башҡортостан Башлығы, был ихтыяжды эске баҙарҙа ла арттырыуға өҫтәмә булышлыҡ ителәсәк, тине.
Ошонда уҡ Радий Хәбиров һәм Дмитрий Голобородкин республика Хөкүмәте менән “Стерэкс Пак” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте араһында инвестиция проектын тормошҡа ашырыу буйынса килешеүгә ҡул ҡуйҙы.
– Ҙур ҡыҙыҡһыныу менән предприятиеның һөт тауарҙары өсөн ҡаптар етештереү эшмәкәрлеген ҡарап сыҡтым, – тине Радий Хәбиров. – Был аҙыҡ төрҙәрен һатып алған саҡта ҡапты етештереү өсөн ҡулланылған технологиялар тураһында уйламайбыҙ ҙа. Минеңсә, заманса сәнәғәт предприятиелары тап “Стерэкс Пак” кеүек булырға тейеш тә. Инвесторҙарҙың планында – Рәсәй һәм сит ил баҙарын яулау. Проект ҡеүәтенә өлгәшеү менән компания асептик ҡаптар етештереү йәһәтенән илдә икенсе урынға сығырға тейеш. Беҙҙең идара итеү командаһының бурысы – тәү сиратта республика ихтыяжына булышлыҡ ҡылыу, предприятиелар араһында горизонталь бәйләнештәрҙе көйләү. Бының өсөн бөтөн шарттар ҙа бар – яҡшы сифат, уңайлы хаҡ, тиҙ арала килтереп еткереү. Ә Башҡортостанға – инвестициялар, һалымдар, яңы эш урындары. Быларҙың барыһы ла – сәнәғәт патриотизмы өлөштәре, беҙ уны республикаға яйлап индерә башланыҡ.