Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
30 Октябрь 2020, 09:40

Тыуған тупраҡ ғәҙеллек талап итә

Ер тураһындағы ҡануниәткә төҙәтмәләр әҙерләнә.

Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың ер тураһындағы ҡануниәткә етди үҙгәрештәр индерергә йыйыныуы хаҡында хәбәрҙарбыҙ инде. Был проект дәүләт милке булыуы сикләнмәгән ер биләмәләрен бүлеп биреүҙә дәүләт власы һәм урындағы үҙидара органдарының вәкәләттәрен ҡабаттан аныҡлауға йүнәлтелгән. Яңы ҡануни акт ни өсөн кәрәк һәм төҙәтмәләр ниҙән ғибәрәт?


Етди мәсьәлә килешеп хәл ителә


– Закон проекты, беренсе уҡыуҙа тик­шергәндә, депутаттар араһында ҙур бәхәс һәм йәмәғәтселектә лә аңлашылмаусылыҡ тыуҙырҙы, – тине Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев. – Прокуратурала ла һорауҙар булмай ҡалманы. Килешелгән позиция буйынса эшләү һәм закон проектын икенсе уҡыуҙа әҙерләү өсөн республика Хөкүмәте, прокуратура, йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре менән осрашыуҙар үткәрҙек. Муниципалитеттарҙан закон проектын камиллаштырыу буйынса тәҡдимдәр алдыҡ. Закон проектына төҙәтмәләрҙе барлыҡ муниципалитеттар ҙа хупланы.
Мәсьәләнең айышын, ябайыраҡ итеп, түбән­дәгесә аңлатырға мөмкин. Һәр ер биләмәһенең үҙ милексеһе бар. Мәҫәлән, урман Рәсәй Федерацияһы милке тип иҫәпләнә, әгәр ҙә ҡала эргәһендә ер биләмәһе һатып алһағыҙ, ул һеҙҙең генә шәхси милек булып тора, һәм уға тейергә бер кемдең дә хоҡуғы юҡ. Республикаға, тәғәйен ҡала йәки районға ҡараған ерҙәр ҙә бар.

Шул уҡ ваҡытта “милек хоҡуғы сикләнмәгән” ер ҙә була. Тимәк, ошо биләмә лә дәүләттеке, әммә тәғәйен генә бер кемгә лә ҡағылышлы түгел. Ундай ерҙәрҙең майҙаны ғәйәт ҙур. Әлеге яңы закон проектында тап ошондай ерҙәр тураһында һүҙ бара ла инде, йәғни ул ғәмәлдә хужаһыҙ булған һәм милек хоҡуғы яҙылмаған, баштан уҡ дәүләткә ҡараған ерҙәргә йүнәлтелә.


Үҙгәртеү талап ителә


Бөгөнгө ҡағиҙәләрҙә нимәһе заманса түгел? Әлеге мәлдә милек хоҡуғы сикләнмәгән ер майҙанына хакимиәттәр идара итә. Был хәлдең ыңғай яҡтары ла, киреһе лә бар.
Төп плюс – урындағы власть халыҡтың мохтажлығын яҡшы белә һәм тиҙҙән торлаҡ төҙө­ләсәк йәки күп йылдар инде мал көткән урынды, әйтәйек, нефть үткәргес өсөн бирмә­йәсәк. Ә төп минус – бюрократия һәм байҙар кеүек ҡыланыу – ер бүлеп биреү кеүек үтә етди проблеманы хәл иткәндә баш-баштаҡлыҡҡа юл ҡуйыу – контролдә тотолмай, йәғни ҡағиҙәләр барыһы өсөн дә бер тигеҙ түгел, ул урындағы хакимиәткә яҡын кешеләр өсөн генә уңайлы.
Бындай ергә хоҡуҡты билдәләү ҙә төрлө урында төрлөсә. Бер хакимиәт өсөн 15 документ йыйырға кәрәк, икенсеһендә – 20, бәғзеһендә ҡарар ҡабул ителгәнен ике ай көтөргә кәрәк, ҡайһыларында иһә – өс ай. Меңдәрсә кеше үҙе теләгән ер биләмәһен йылдар буйы ала алмай һәм ни өсөн бирелмәүен дә уларға аңлатмайҙар. Ә бит шул уҡ мәлдә ҡоҙа-ҡоҙағыйлыҡ менән иң һәйбәт ерҙәрҙе эләктереүселәр ҙә байтаҡ. Әлбиттә, урындағы власть бында бер нәмәне лә үҙгәртергә теләмәй.


Маҡсат – ҡануниәтте камиллаштырыу


Был яңы ҡанун әлеге схеманы юҡҡа сығарасаҡ. Беренсенән, бөтә республика өсөн берҙәм тәртип булдырыла. Тупланырға тейешле документтар барыһы өсөн дә дөйөм һәм уларҙың исемлеге ҡыҫҡа буласаҡ. Улар­ҙан тыш, бер ниндәй өҫтәмә документ талап итергә хаҡлы түгелдәр. Икенсенән, ҡарар ҡа­бул итеү ваҡыты ун көнгә тиклем ҡыҫҡартыла. Өсөнсөнән, артабан бында кеше факторы булмаясаҡ – “Әлим – һәй­бәт кеше, уға бирәйек, ә Сәлим – насар әҙәм, ал­май торһон” тигән “ҡарар”ға юл ҡуйыл­май. Хә­ҙерге заманда ниндәйҙер пособие юлла­ғандағы кеүек инде: документтарҙы дөрөҫ тултырып бирһәң, алаһың. Дүртенсенән, был ҡарар­ҙар бөтәһе өсөн дә асыҡ була һәм хакимиәт башлығы менән килешелә. Әйтелгәнсә, улар урын­дағы халыҡ мәнфәғәттәрен белә һәм был осраҡта кисә генә мал көткән урында “кинәт кенә” ниндәйҙер фирма ҡалҡып сығырға тейеш түгел.
Ергә милек булдырыу өсөн Өфөгә барыр­ғамы? Юҡ, кәрәкмәй. Буласаҡ милексе өсөн был осраҡта өс вариант ҡаралған.

Беренсе вариант – Башҡортостандың Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығы аша. Улар республиканың барлыҡ ҡала һәм райондарында ошо мәсьәлә буйынса күптән шөғөлләнә һәм был эште лә үҙ елкәһенә алырға әҙер. Адресын һәм телефондарын интернетта еңел генә табып була.
Икенсе вариант – кәрәкле ҡағыҙҙарҙы Күп функциялы үҙәктәр (МФЦ) аша тултырыу.

Өсөнсөһө – дәүләт хеҙмәтенең республика порталы нигеҙендә. Ундағы ер тураһындағы бү­лек тиҙҙән эшләй башлаясаҡ. Икенсе төрлө әйткәндә, документтар тотоп, ауыл йәки район хакимиәтенә барырға һәм урындағы түрәгә инер өсөн сиратта ултырырға ла кәрәкмәй – бөтә документтарҙы онлайн тәртибендә ебә­рергә лә 10 көн эсендә яуап алырға мөмкин.


Тойғолар түгел, закон хәл итә


Буш ерҙәр тураһындағы мәғлүмәтте ҡайҙан алырға? Барлыҡ мәғлүмәтте бер уңайлы табли­цаға йыя башланылар ҙа инде. Теләгән бер кеше үҙенә кәрәк райондағы буш ер майҙандарын ҡарап сыға ала. Оҙаҡламай был исемлек Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығы һәм “Башҡортостан Республикаһында эшҡыуарлыҡ һәм инвестициялар” сайттарында ҡуйыласаҡ. Тәбиғи, был исемлектәр даими яңыртып тороласаҡ.
Был кемдәр өсөн отошло? Тойғоларҙы ситкә ҡуйып, закон проектының үҙен уҡып сыҡһаң, уның намыҫлы эш иткән һәр кем өсөн отошло икәнен аңлауы ҡыйын түгел.
Кешеләр кәрәкмәгән һәм контролһеҙ бюрократиянан, баш баштаҡлыҡтан, “ҡоҙа-ҡоҙағыйлыҡ”тан ҡотоласаҡ. Улар өсөн ғәҙел һәм аңлайышлы, асыҡ һәм берҙәм ун көнлөк процедуралы ҡағиҙәләр булдырыла. Республика буш ятҡан ерҙәрҙе тиҙерәк әйләнешкә индерә аласаҡ, ә был иһә, үҙ сиратында, эшҡыуарлыҡты үҫтереүгә, һалымдарҙы һәм яңы эш урындарын арттырыуға этәргес бирергә һәләтле. Ғаилә өсөн ер майҙаны алыу – тимәк, меңдәрсә йәш ғаиләнең торлаҡ мәсьәләһен дә хәл итеү ул. Ҡала һәм райондар ер майҙанын һатыуҙан йәки ҡуртымға биреүҙән килгән аҡсаны урындағы ҡаҙнаны тулыландырыуға йүнәлтә, республика ҡаҙнаһына был осраҡта бер тин дә китмәй.
Башҡортостанда ерҙәрҙең торошо һәм уларҙы файҙаланыу буйынса 2019 йылғы дәүләт докладына ярашлы, дәүләт милкендә булған 5 830,2 мең гектар ерҙең (федераль милектән башҡа) 97,5 мең гектары (1,7 проценты) Башҡортостан Республикаһы милке булып тора, 241 мең гектары (4,1 проценты) – муниципаль милектә, ә 5 491,7 мең гектарына (94,2 проценты) хоҡуҡ сикләнмәгән.
Ерҙе биләү, файҙаланыу һәм милеккә эйә булыу мәсьәләләре, ер тураһындағы ҡануниәт Рәсәй Федерацияһы һәм уның субъектта­рының берлектәге хәл итеү мәсьәләһе булып тора, улар федераль закондар ҙа, төбәктәрҙең үҙҙәренең ҡануниәте лә булараҡ ҡабул ителә ала. Әммә төбәктәр ҡабул иткән закондар һәм башҡа норматив-хоҡуҡи акттар федераль закондарға ҡаршы килергә тейеш түгел. Улар шулай уҡ Рәсәй Федерацияһы Конститу­цияһының 72-се статьяһының 1-се өлөшөнөң “в” һәм “к” пункттарына, 76-сы статьяһының 2-се һәм 5-се өлөштәренә лә ҡаршы килергә тейеш түгел.


Тәжрибә бар


Рәсәйҙең Юстиция министрлығы 2019 йылғы йомғаҡтар буйынса әҙерләгән докладҡа ҡарағанда, 2018 – 2019 йылдарҙа илдең 32 төбәгендә дәүләт милке сикләнмәгән ер билә­мәләре менән эш итеү (йәғни бүлеп биреү) буйынса вәкәләттәре муниципаль берәмек­тәрҙән тулыһынса йәки өлөшләтә алынған һәм субъект кимәленә тапшырылған. Күпселек осраҡта был ҡарарҙар ошо субъекттарҙың үҙәктәренә (Барнаул, Воронеж, Екатеринбург, Тамбов, Төмән, Сыктывкар, Элиста, Якутск һәм башҡалар) ҡағыла. Татарстанда был мәсьәләне хәл итеү 2015 – 2016 йылдарҙа уҡ субъект вәкәләтенә тапшырылған.
Тимәк, күрһәтелгән был статистика Рәсәйҙә ер биләмәләрен бүлеп биреү буйынса вәкә­ләттәрҙе муниципаль ҡала һәм райондарҙан субъект кимәленә тапшырыу буйынса күпмелер тәжрибә бар икәнен раҫлай. Әйткәндәй, был мәсьәләне субъект кимәленә тапшырғандан һуң да урындағы үҙидараның муниципаль милеккә ҡараған ер биләмәләре буйынса ҡарар ҡабул итеү хоҡуғы һаҡлана.
Шуларға таянып, Башҡортостан Хөкүмәте республика парламенты ҡарамағына ер тураһындағы ҡануниәткә үҙгәрештәр индереү буйынса закон проектын индерҙе лә инде. Дәүләт милке булыуы сикләнмәгән ер биләмә­ләрен бүлеп биреүҙә дәүләт власы һәм урындағы үҙидара органдарының вәкәләт­тәрен ҡабаттан ҡарап сығыуға һәм бүлеүгә йүнәлтелгән “Башҡортостан Республикаһының айырым ҡануни акттарына үҙгәрештәр индереү тураһында”ғы закон проектын республика парламенты өсөнсө, йәғни аҙаҡҡы уҡыуҙа октябрь аҙағында ҡабул итергә әҙерләнә.

Читайте нас