Бөрөлә 38 йәшлек атай оҙаҡ йылдар алимент түләмәй ҡасып йөрөгән. Бөрө район-ара бүлексәһенең суд приставтары ирҙең автомобилдә йөрөү хоҡуғын сикләү, шулай уҡ сит илгә сығыуҙы тыйыу тураһында ҡарар сығара.
Мәжбүри саралар файҙаға ғына була: ир машинаһында йөрөй алмағас, суд приставына үҙе килеп, балаһына тигән 150 мең һум алиментты түләй. Бурыс ҡапланғас, алдан һалынған сикләүҙәр алына, башҡарыу эше ябыла.
Мәғлүм булыуынса, Федераль суд приставы хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығы хеҙмәткәрҙәре йыл башынан 774 кешенән алимент түләттереүгә өлгәшкән һәм балалары алдында бурысы булған 19206 кешенең эшләгән урынын асыҡлаған.
Алимент түләмгән өсөн 2193 кешегә – административ, 940 кешегә енәйәт эше ҡуҙғатылған. Шулай уҡ быйыл туғыҙ айҙа 2779 бурыслыға сит илгә сығыу, милекте теркәүгә бәйле эшмәкәрлек алып барыу һәм автомобиль менән идара итеү тыйылған. Ә дөйөм алғанда, әлеге ваҡытта бөтәһе 7462 кешенең ошондай хоҡуҡтары сикләнгән. Йыл башынан суд приставтары алимент буйынса бөтәһе 263 миллион һум бурысты түләттереүгә өлгәшкән.
Фото: БР Суд приставтары идаралығы сайтынан.