Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
1 Ноябрь 2020, 15:00

Бөгөн суд приставтары һөнәри байрамын билдәләй

Ошо айҡанлы республиканың баш суд приставы хеҙмәттәштәрен ҡотланы

Бөгөн суд приставтары һөнәри байрамын билдәләй. Ошо айҡанлы Рәсәй Федераль суд приставтары хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы етәксеһе – Башҡортостан Республикаһының баш суд приставы, эске хеҙмәт подполковнигы Илнур Мәхмүтов республиканың суд приставтарын ҡотланы:
“Суд приставтары институты барлыҡҡа килеүенә 155 йыл, ошо ваҡытта хеҙмәт илдең хоҡуҡ системаһын камиллаштырыуға, законлыҡты һәм тәртипте күҙәтеүгә, дәүләт һәм граждандарҙың мәнфәғәтен гарантиялы яҡлауҙы нығытыуға ҙур өлөш индерә. Бөгөн дә Федераль суд приставтары хеҙмәте юғары статусҡа эйә, башҡарма власть органдары системаһында лайыҡлы урын биләй.
Бөтә суд приставтарын һәм ветерандарҙы һөнәри байрам – Суд приставтары көнө менән ҡотлайым! Хеҙмәт алдында торған яуаплы бурыстар һәр кемдән юғары һөнәри оҫталыҡ һәм законды теүәл үтәүҙе, һайлаған һөнәргә һәм хеҙмәт бурысына тоғролоҡто талап итә.
Һеҙгә һәм ғаиләләрегеҙгә һаулыҡ, беҙҙең яуаплы һәм мөһим эштә киләсәккә ҡорған пландарҙың һәм яңы ҡаҙаныштарҙың тормошҡа ашыуын теләйем. Үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ”.
Рәсәй Федераль суд приставтары хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығы йыл да һөнәри байрамы алдынан “Хеҙмәткә тоғролоҡ өсөн” миҙалға лайыҡ булған хеҙмәттәштәрен оло хөрмәт менән иҫкә ала.
Ике ветерандың – Таисия Быкованың һәм Ольга Шишкинаның исеме идаралыҡтың музейындағы мәрмәр таҡтаға ҡайып яҙылған, сөнки улар республикабыҙҙын тәүгеләрҙән булып “Хеҙмәткә тоғролоҡ өсөн” миҙалы менән наградланған.
Әйткәндәй, “Хеҙмәткә тоғролоҡ өсөн” миҙалы – Рәсәй Федераль суд приставтарының ведомство наградаһы. Ул 2009 йылдың 2 октябрендә булдырыла.
Таисия Николаевна Быкова 1954 йылдан Башҡортостандың Октябрьский ҡала судында өлкән суд башҡарыусыһы булып хеҙмәт юлын башлай һәм 45 йыл буйы һөнәренә тоғро ҡала. Ул 2010 йылда суд приставтарының юғары наградаһына Рәсәйҙә беренсе булып лайыҡ була.
Ольга Семеновна Шишкинаға был миҙал 2015 йылда тапшырыла. Ул 1980 йылда Өфө ҡалаһының Октябрьский район судында суд башҡарыусыһы хәҙмәт юлын булып башлаған.
Суд приставы хеҙмәте эшенә тоғро ҡалып, үҙ бурысын намыҫлы башҡарған һәм ведомствоның төрлө юғары наградаларына лайыҡ булған хеҙмәткәрҙәр бихисап ул. Мәҫәлән, суд эшмәкәрлегендә урынлаштырылған тәртипте тәьмин итеү буйынса махсуслашҡан бүлек начальнигы – өлкән суд приставы Фуат Фаҡил улы Игебаев “Батырлыҡ өсөн” миҙалы менән наградлана. Граждандар һәм ойошмалар мөрәжәғәте менән эшләү буйынса бүлектең баш белгес-эксперты Татьяна Юрьевна Гридина Рәсәй Президентының Рәхмәт хатына һәм Башҡортостан Президенты указы менән “Башҡортостан Республикаһында фиҙәҡәр хеҙмәте өсөн” ҡаһарманлыҡ билдәһенә лайыҡ булған. Финанс-иҡтисад бүлеге начальнигы Ольга Петровна Ярославцева – “Башҡортостандың атҡаҙанған иҡтисадсыһы”, Өфө ҡалаһының Совет районы суд приставтары бүлеге начальнигы Ғәлимйән Бикйән улы Мәһәҙиев “Башҡортостандың атҡаҙанған юрисы” тигән маҡтаулы исем йөрөтә. Быйыл Башҡоростандың баш суд приставы урынбаҫары Руслан Алексеевич Шерстневҡа “Башҡортостандың атҡаҙанған юрисы” тигән маҡтаулы исем тапшырылды.
Автор фотоһы.
Читайте нас