V саҡырылыш муниципаль район Советы ултырышында Нуриман район хакимиәте башлығы һайланды. Район депутаттары Вилдан Ситдиҡовҡа ышаныс белдерҙе, ул быға тиклем район хакимиәте башлығының төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ буйынса урынбаҫары булып эшләгән.
Ултырышта Совет рәйесе Илшат Әхтәмов, район хакимиәте вазифаһын башҡарыусы Азамат Нусратулллин, Башҡортостан Республикаһының Йәмәғәт хәүефһеҙлеге ведомство-ара советы комиссияһы секретары Алексей Касьянов, конкурс комиссияһы рәйесе, Башҡортостан Башлығы идаралығы начальнигы урынбаҫары, дәүләт граждандар һәм муниципаль хеҙмәт бүлеге мөдире муниципаль хеҙмәт начальнигы Руслан Ғибәҙуллин, шулай уҡ район Советы депутаттары ҡатнашты.
Алексей Касьянов элекке район хакимиәте башлығы Азамат Нусратуллинға оҙаҡ йылдар район менән уңышлы етәкселек иткәне өсөн (2009 йылдан) рәхмәт белдереп, республика дәүләт наградаһын – Салауат Юлаев орденын тапшырҙы. Шулай уҡ Совет ҡарары менән уға “Башҡортостан Республикаһы Нуриман районының почетлы гражданины” исеме бирелде.
Яңы тәғәйенләнгән етәксе Вилдан Венер улы Ситдиҡов та сығышы менән Нуриман районынан. Ул 1983 йылдың 22 апрелендә Ҡыҙыл Шишмә ауылында тыуған. 2005 йылда Өфө дәүләт нефть техник университетын “Сәнәғәт һәм граждандар төҙөлөшө” һөнәре буйынса тамамлаған. Хеҙмәт юлын 2004 йылда “6-сы төҙөлөш фирмаһы” ойошмаһында өсөнсө разрядлы бетонсы булып башлай. Артабан төрлө төҙөлөш ойошмаларында төрлө яуаплы вазифаларҙы биләй. 2010–2011 йылда Нуриман район хакимиәтендә архитектура бүлеге начальнигы булып эшләй, район хакимиәте башлығы урынбаҫары вазифаһын башҡара. 2011 йылда район хакимиәте башлығының төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ буйынса урынбаҫары итеп тәғәйенләнә һәм 2020 йылдың октябренә тиклем ошо вазифала эшләй.
Фото: Нуриман район хакимиәте сайтынан.