Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
4 Ноябрь 2020, 06:00

Беҙҙең татыулыҡ – башҡаларға өлгө

Башҡортостан – күп милләтле республика, унда 100-ҙән ашыу халыҡ вәкилдәре һәм төрлө диндәргә ҡараған кешеләр йәшәй.

Халыҡтар берҙәмлеге көнө айҡанлы республикала төрлө саралар уҙа, шулай уҡ милләт-ара татыулыҡҡа өлөш индергән кешеләр үҙ фекерҙәре менән уртаҡлаша. Башҡортостан Республикаһы халыҡтары ассамблеяһы рәйесе, Дәүләт Думаһы депутаты Зөһрә Рәхмәтуллина был байрам менән тәбрикләп:
– Күп милләтле Рәсәй дәүләтендә төрлө ваҡыттар булған: тәбиғәт һәләкәттәре һәм яу менән килгән баҫҡынсылар, эпидемиялар һәм көрсөктәр, халыҡ болалары һәм граждандар һуғышы, еңелеүҙәр һәм еңеүҙәр, әммә 1612 йылда Минин менән Пожарский етәкселегендә халыҡ ополчениеһының Рәсәй “йөрәге” булған Мәскәү Кремленән поляк-литва интервенттарын ҡыуыуы төрлө милләт, дин халыҡтарының ситтәр иҙеүендә түгел, ә иректә йәшәү теләгенең символына әйләнә – халыҡтар берҙәмлегенә нигеҙ һала.
Беҙ бөгөн бөтөнләй икенсе тарихи, геосәйәси һәм рухи киңлектә йәшәйбеҙ, беҙҙең ҙур һәм татыу илебеҙҙәге тыныслыҡты, килешеп көн итеүҙе тыштан да, эстән дә боҙорға теләгәндәр күп булған заман, әммә халыҡтарҙы берләштергән Рәсәй дәүләтенең үткән, бөгөнгө һәм яңы тарихының батырлыҡ һәм символик кәүҙәләнеше – беҙҙең уртаҡ милли яҙмышыбыҙ. Халыҡтар берҙәмлеге көнө – беҙҙең үткәнебеҙҙе һәм бөгөнгөнө – Мининдан һәм Пожарскийҙан алып “Ҡырым яҙы”на тиклем – бәйләгән байрам ул. Берҙәмлек илебеҙгә бөгөн икмәк һәм һыу кеүек кәрәк. Йәки ил һәм республика халыҡтары, көрәштәштәр, фекерҙәштәр, яҡшы күршеләр ҡулға-ҡул тотоношоп, иңгә-иң терәшеп бергә бара, йәки беҙ дуҫтар түгел, юлыбыҙ бер: артҡа, билдәһеҙлеккә – дошман һәм идеологик оппоненттарҙы ҡыуандырырға.
Башҡортостан – күп милләтле республика, унда 100-ҙән ашыу халыҡ вәкилдәре һәм төрлө диндәргә ҡараған кешеләр йәшәй. Мәҙәниәттәр, телдәр, диндәр, менталитеттар диалогтары республиканың унан ситтә лә үҙенсәлекле “визит карточкаһына” әйләнде. Беҙҙең күп милләтле республика төбәктәрҙәге тормоштоң татыу һәм тыныс күп өлгөһөн сағылдыра.
Хөрмәтле коллегалар, ҡәҙерле дуҫтар! Халыҡтар берҙәмлеге көнө менән! Байрам менән!
Был изге теләктәрҙе тағы ла күп милләтле Башҡортостанда тыныс һәм татыу йәшәгән халыҡтарҙың 100-ҙән ашыу телендә әйтергә булыр ине!
Беҙ күп – төрлө моңдар көйләгән, бик күп туған телдәрҙә һөйләшкән, төрлө аллаларға табынған, әммә беҙ бергә. Беҙ төрлө, әммә беҙ берҙәм: беҙҙең уртаҡ йортобоҙ бар – күп милләтле Башҡортостан һәм Рәсәй, беҙҙең уртаҡ милли яҙмышыбыҙ.
Республика һәм ҙур илебеҙҙең халыҡтары бергә Ватан тарихын ижад итә, хужалыҡты үҫтерә, мәҙәниәтен байыта, быуаттар буйына килгән дуҫлыҡты, эргәләге күршегә хөрмәтле мөнәсәбәтте, типә-тиң аралашыуҙы һаҡлай.
Республикабыҙға һәм илебеҙгә – тыныслыҡ, һәр йортҡа һәм ғаиләгә – изгелек, яҡты күк. Байрам менән! – тине.
Фото: социаль селтәрҙән.
Читайте нас