Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
19 Ноябрь 2020, 16:15

590 егет ҡасып йөрөй

Өфөлә саҡырыу комиссияһы ҡарарын суд аша ғәмәлдән сығарырға тырышҡандар күп.

Өфөлә 590 егеткә эҙләү иғлан ителде. Уларҙың барыһы ла хәрби хеҙмәттән ҡасып йөрөй.
Өфө ҡалаһы хакимиәтенең гражданлыҡ йәмғиәте институттары менән хеҙмәттәшлек идаралығы етәксеһе Артур Ғафаров белдереүенсә, ҡала көҙгө саҡырыу буйынса планды үтәгән. Сағыштырып ҡарағанда, Киров районы арттараҡ бара.
"16 ноябргә ҡарата мәғлүмәт буйынса, Өфөнән саҡырыу пунктына 282 кеше ебәрелде", – ти Артур Ғафаров.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, хәрби хеҙмәттән ҡасып йөрөгән өсөн 200 мең һумға тиклем штраф, алты айға тиклем ҡулға алыу йәки ике йылға ҡәҙәр төрмәгә ябыу ҡаралған.
Өфөлә саҡырыу комиссияһы ҡарарын суд аша ғәмәлдән сығарырға тырышҡандар байтаҡ. Әле баш ҡала судтарында ошондай 30 эш ҡарала.
Фото: novochgrad.ru
Читайте нас