Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
20 Ноябрь 2020, 08:21

Беҙгә бик ныҡ тырышырға кәрәк әле...

Бойондороҡһоҙ дәүләттәр берләшмәһе тарафынан 1954 йылдан 20 ноябрь көнө балаларҙың көнкүреш шарттарын яҡшыртыу һәм уларҙың хоҡуҡтарын яҡлау өсөн саралар күреү көнө тип иғлан ителә. Был сара 1959 йылдан башлап донъялағы 230-ҙан ашыу илдә үҙҙәренә уңайлы ваҡытта үткәрелергә тейеш була. Рәсәйҙә был көн киң билдәләнә – төрлө саралар үткәрелә, көнүҙәк мәсьәләләр күтәрелә. Әммә беҙҙең дәүләткә был йүнәлештә тәртип булдырыу йәһәтенән бик күп эшләйһе бар әле.

Бойондороҡһоҙ дәүләттәр берләшмәһе тарафынан 1954 йылдан 20 ноябрь көнө балаларҙың көнкүреш шарттарын яҡшыртыу һәм уларҙың хоҡуҡтарын яҡлау өсөн саралар күреү көнө тип иғлан ителә. Был сара 1959 йылдан башлап донъялағы 230-ҙан ашыу илдә үҙҙәренә уңайлы ваҡытта үткәрелергә тейеш була. Рәсәйҙә был көн киң билдәләнә – төрлө саралар үткәрелә, көнүҙәк мәсьәләләр күтәрелә. Әммә беҙҙең дәүләткә был йүнәлештә тәртип булдырыу йәһәтенән бик күп эшләйһе бар әле.


Закон проекты бәхәс тыуҙырҙы


Беҙҙә балалар хоҡуғы Рәсәй Конституцияһы менән нығытылған. Шулай булһа ла, илебеҙҙә әле лә яҡлауһыҙ ҡалған балалар бихисап. Әленән-әле уларға ҡарата ҡот осҡос енәйәттәр ҡылыныуы тураһында мәғлүмәттәр ҙә ошо әсе хәҡиҡәтте дәлилләй.
Бала хаҡында хәстәрлек күреү – ата-әсәнең һәм дәүләттең бурысы. Әле закон сығарыусылар, яңы Конституцияға ярашлы, ошо йүнәлештә үҙ тәҡдимдәрен индерә.
Мәғлүм булыуынса, Дәүләт Дума­һының Дәүләт төҙөлөшө һәм ҡануниәте комитеты рәйесе Павел Крашенинников һәм Федерация Советының Конституция ҡануниәте һәм дәүләт төҙөлөшө буйынса комитеты етәксеһе Андрей Клишас тарафынан тәүге закон проекты депутаттарға ҡарауға тәҡдим ителгән. Улар баланың ғүмеренә йәки һаулығына хәүеф янағанда, район судының мөһим эш тәртибендә сығарылған ҡарары нигеҙендә, дөйөм тәртип буйынса уны тартып алырға тәҡдим итә. Сенатор Елена Мизулина тәҡдим иткән икенсе закон проекты иһә, ата-әсә яғынан ғәйеп булғанда, фәҡәт суд аша ғына баланы алыуҙы күҙ уңында тота. Бынан тыш, документ бер енесле, шулай уҡ алдан енестәрен үҙгәрткән кешеләргә өйләнеүҙе һәм баланы уллыҡҡа алыуҙы тыя. Әлегә был проект Хөкүмәттәге комиссия һәм Дума комитеты – башҡарыусы тарафынан яҡлау тапмаған.
Ғөмүмән, Дәүләт Думаһына баланы ғаиләнән тартып алыу механизмына ҡағылышлы тәҡдим ителгән был закон проекты ата-әсәләр ойошмалары һәм эксперттар тарафынан бар яҡлап ҡарауға мохтаж. Бының буйынса Дәүләт Думаһы Рәйесе Вячеслав Володин: “Иң мөһиме – ҡабаланмаҫҡа. Ҡануниәт нормаларын бөтә яҡлап тикшерергә кәрәк. Һәм уны бала яҡланған булырлыҡ кимәлдә әҙерләү талап ителә. Бер яҡтан, уның ғүмеренә ҡурҡыныс килеп тыуған осраҡта. Икенсе яҡтан, опека уны тартып алып, аҙаҡ ғаилә бының дөрөҫ эшләнмәгәнлеген иҫбат итеп йөрөрлөк булмаһын өсөн”, – тине.
Ошоға бәйле ул да Дәүләт Думаһы закон проектын эксперттар, ата-әсәләр, йәмәғәтселек һәм опека органдары тарафынан өҫтәмә тикшереү үткәреләсәге хаҡында ла белдерҙе. Уның һүҙҙәренсә, әгәр ҙә депутаттар хата ебәрһә, ул саҡта улар “тере йәндәр, ғаилә аша үтеп, балаға зыян килтерәсәк”, “икенсе яҡтан, әгәр бер ниндәй ҙә сара күрелмәһә, ул бала зыян күрерлек эҙемтәгә килтерәсәк”. Шуға ла спикер алтын урталыҡҡа саҡыра. “Әлегә беҙ ҡайһы бер артыҡ сиктәрҙе күрәбеҙ, шуға күрә лә позицияларҙы яҡынайтыу мөһим, профилле комитеттың бурысы шунда, һәм был һорауҙы тикшереүҙең әһәмиәте лә”, – тине парламент Рәйесе.


Хәлдәр ҡыуанырлыҡ түгел


Әлбиттә, әле баланың ғүмерен, һаулығын һәм хоҡуҡтарын яҡламаған өсөн енәйәт яуаплылығы ҡаралған закондар етерлек. Әммә был закондар ғына илебеҙҙең йәш граждандарын тулыһынса ҡурсалай алмай. Быға йәмғиәттәге социаль хәл-торош, эскелек һәм наркомания, ғаиләләге мөхит һәм тәрбиәгә ҡағылышлы ҡиммәттәрҙең түбән тәгәрәүе туранан-тура йоғонто яһай.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бәлиғ булмаған­дарға ҡарата ҡылынған енәйәттәр һаны инде тиҫтәләрсә йылдар дауамында үҫә генә бара. Мәҫәлән, 2010 йылда балаларға ҡаршы 2445 енәйәт ҡылынған, уларҙың һигеҙе – үлтереш, 16-һы – ауыр тән йәрәхәттәре, 550-һе – туҡмау, 38-е көсләү осрағы. Ә инде 2015 йылда бәлиғ булмағандарға ҡарата ҡылынған енәйәттең, унан алдағы йылға ҡарағанда, 28,3 процентҡа артыуы күҙәтелгән. 2016 йылда бәлиғ булмағандарға ҡарата ҡылынған енәйәт кәмегән – 2000 осраҡ, ә инде 2017 йылда тағы ла 20 процентҡа үҫеш күҙәтелгән, йәғни 2523 хәл теркәлгән.
Башҡортостан буйынса Тәфтиш идаралығы етәксеһе Денис Чернятьев та һуңғы йылдарҙа балаларға ҡаршы ҡылынған енәйәттәрҙең артыуын билдәләне. Былтыр 463 осраҡ буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған. Бөтәһе 302 бала зыян күргән, 24 бала һәләк булған, 155 бала енси енәйәттәрҙән зыян күргән. Мәҫәлән, әсә өс йыл дауамында ҡыҙын һәм улын ҡыйнаған, 2019 йылдың июлендә дүрт йәшлек ҡыҙын үлтереп ҡуя. Суд был йөрәкһеҙ ҡатынды 15 йылға иркенән мәхрүм итә.
Былтыр Ҡариҙел районында әсә кеше дүрт айлыҡ ҡыҙын һыуға батырып үлтерә. Дүртөйлө районында иһә әсә бер йәшлек улын быуып, мәйетен күмеп ҡуя, етмәһә, бала юғалды, тип хәбәр итә. Бәләбәйҙә үгәй атайҙың өс йыл дауамында 13 йәшлек ҡыҙҙы мыҫ­ҡыллауы асыҡлана. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ошондай бик күп миҫал килтерергә мөмкин.
Ил кимәлендә мәсьәлә киҫкен тора. Күптән түгел уҙған XI Бөтә Рәсәй “Бергә – балалар хаҡына! Хеҙмәттәшлектең мөһим программалары” форумында Рәсәй Эске эштәр министрлығының Йәмәғәт тәртибе һағын тәьмин итеү буйынса баш идаралығы начальнигы урынбаҫары Вадим Гайдов билдәлә­үенсә, илдә балаларға ҡаршы ҡылынған енәйәттәр һаны кәмемәй. Быйыл алты айҙа ата-әсәләр һәм яҡындары тарафынан балаларға ҡаршы 1,5 мең енәйәт ҡылынған. Өйҙәгеләр менән аңлашыл­маусылыҡтар арҡаһында балалар ҡаса (70 процент). Берәҙәк тормош алып барғанда 518 бала енәйәт ҡылыуҙа ҡатнашҡан. 75 бала енәйәтселәрҙән зыян күргән, уларҙың алтауһы һәләк булған, 35 бала бәхетһеҙ осраҡ ҡорбанына әйләнгән.
Яңыраҡ республика прокуроры Владимир Ведерников рәйеслегендә бәлиғ булмағандар араһында берәҙәклекте һәм тәртип боҙоуҙы иҫкәртеү, балаларға ҡарата ҡылынған енәйәтте асыҡлау һәм сара күреү буйынса коллегияның киңәйтелгән ултырышы булды.
Республика прокуроры сығышында бәлиғ булмағандар хоҡуғын яҡлау һәм йәш быуынды иҫкәртеү эше алып барыу ведомство эшмәкәрлегенең төп йүнә­леш­тәренең береһе булыуын айырыуса билдәләне. Үҫмерҙәрҙең енәйәт ҡылыуы күп осраҡта ғаиләнең имен булмауына, ата-әсәнең балаһын тейешле ҡурсала­мауына, шулай уҡ алкоголле эсемлектәр ҡулланыуына бәйле булыуын дәлилләп, баланың ҡурҡыныс социаль хәлдә ҡалған ғаиләһенә иҫкәртеүсе органдарҙан социаль һәм башҡа ярҙам күрһәтеү буйынса комплекслы ҡараш талап ителеүен белдерҙе. Быйылғы туғыҙ ай һөҙөмтәһе буйынса ла бәлиғ булмағандар ҡылған енәйәттәр ярайһы уҡ күп, был иҫкәртеү системаһы органдарынан юғары иғтибар талап итә. Шуны ла билдәләргә кәрәк, профилактика системаһы учреждениелары эшмәкәрлегендә лә етешһеҙлектәр һәм хәл итәһе мәсьәләләр бар. Кәңәшмәлә улар тураһында аныҡ әйтеп кителде.
Эйе, “Балалар – киләсәгебеҙ!” тип ялҡынлы һүҙҙәр һөйләйбеҙ, әммә киләсәккә лайыҡлы алмаш әҙерләү өсөн беҙгә бик ныҡ тырышырға кәрәк әле. Һандар, докладтар, отчеттар менән түгел, ғәмәлдәге эштәр менән.
Читайте нас