Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
25 Ноябрь 2020, 18:30

ЮХХДИ-ла – яңы етәксе

Яңы етәксе килеүе эшкә ыңғай йоғонто яһар тип көтөлә.

Башҡортостандың ЮХХДИ идаралығы начальнигы Динар Ғилметдинов хәбәр итеүенсә, республика буйынса ЮХХДИ идаралығының Район-ара теркәү-имтихан бүлеге етәксеһе итеп полиция майоры Сергей Ломов тәғәйенләнгән.
Сергей Александрович Ломов 1985 йылдың 9 майында Көйөргәҙе районында тыуған. 2008 йылда Рәсәй Эске эштәр министрлығының Өфө юридик институтын тәртип һаҡлау эшмәкәрлеге һөнәре буйынса тамамлаған. Яңы вазифаға тәғәйенләнгәнгә тиклем Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының шәхси хәүефһеҙлек идаралығындағы оператив-эҙләү хеҙмәтендә эшләгән.
Яңы етәксе килеүе ЮХХДИ идаралығының Район-ара теркәү-имтихан бүлеге эшенә ыңғай йоғонто яһар тип көтөлә.
Фото: ЮХХДИ.
Читайте нас