4 декабрҙә Өфөлә V “Конституция-2020: асыҡ власть эволюцияһы” Дөйөм Рәсәй юридик форумы үтәсәк. Ул “Торатау” конгресс-холы биләмәһендә ойоштороласаҡ, шулай уҡ уны онлайн ҡарау мөмкинлеге буласаҡ. Бының өсөн ufa-forum.com рәсми сайтында теркәлергә кәрәк.
Эшлекле программаның төп ваҡиғаһы – пленар ултырыш, унда илебеҙҙең алдынғы юристары дискуссия форматында конституция үҙгәрештәренең төбәк ҡануниәтенә йоғонтоһо тураһында фекер алышасаҡ.
– Яңыртылған Конституцияның төп бурысы – йәмғиәттең тотороҡло үҫешен, граждандарға лайыҡлы тормош тәьмин итеү һәм дәүләт эшмәкәрлегенең һөҙөмтәлелеген күтәреү, – ти форумдың спикеры Павел Крашенинников.
Билдәле юрист белдереүенсә, Башҡортостан был конституция процестарының алдынғы төбәге булды, шуға күрә форумдың Өфөлә үтеүе осраҡлы түгел. Бында эксперттар йәмәғәтселеге беренсе һөҙөмтәләр менән таныштырасаҡ һәм артабанғы эш планын билдәләйәсәк.
Форумдың пленар өлөшөндә ҡатнашыу өсөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров, Федераль адвокаттар палатаһы вице-президенты Владислар Гриб, Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров, Дәүләт Думаһының комитет рәйесе Павел Крашенинников һәм башҡа билдәле эксперттар, юристар, белгестәр саҡырылған.
Форум сиктәрендә Павел Крашенинниковтың китабының исем туйы һәм хоҡуҡи онлайн-уйыны уҙасаҡ. Шулай уҡ Рәсәйҙә беренсе QR-Конституцияны һәм “Конституция кадрҙарҙа” биенналеһы тәҡдим ителәсәк. QR-Конституция интерактив проекты илдең Төп законына индерелгән үҙгәрештәр тураһындағы мәғлүмәтте смартфоны булған һәр кемгә тарата аласаҡ. Теләге булған һәр кеше аңлайышлы формала яңы хоҡуҡ нормалары тураһында беләсәк. QR-кодлы стелалар БДУ, КФҮ, автобус туҡталыштары һәм башҡа социаль әһәмиәтле урындарҙа ҡуйыласаҡ.
“Конституция кадрҙарҙа” биенналеһына килгәндә, был фотоконкурста теләгән һәр кем ҡатнаша һәм Конституцияға индерелгән үҙгәрештәргә бәйле позитив фотолар тәҡдим итә ала. Күргәҙмә форум башланған көндө – 4 декабрҙә асыласаҡ.
Фотолар Башҡортостан биләмәһендә 2010 йылдан алып бөгөнгәсә төшөрөлгән булырға тейеш. Конкурсты үтеп, электрон биенналлеһына эләккән фоторәсемдәр авторҙары аҡсалата бүләк аласаҡ, ә еңеүсе төп бүләк алырға саҡырыласаҡ. Эштәр 30 ноябргә тиклем ҡабул ителә.
Бынан тыш, 4 декабрҙә Өфөлә IV Бөтә Рәсәй хоҡуҡи диктант яҙыла. Кешеләр үҙҙәренең хоҡуҡи белем кимәлен тикшерә аласаҡ. Былтыр диктантты 220 мең кеше яҙған, быйыл уның онлайн тәртиптә үткәрелеүен иҫәптә тотоп, ҡатнашыусылар һаны күпкә артыр тип көтөлә.
Эшлекле һәм дискуссия секциялары йомғаҡтары аналитик, эксперт хеҙмәттәре нигеҙенә ятасаҡ, улар ғилми йыйынтыҡтарҙа һәм журналдарҙа донъя күрәсәк.
Дөйөм Рәсәй юридик форумын Башҡортостан Хөкүмәте, Рәсәй Юристар ассоциацияһы, Дәүләт Думаһының дәүләт төҙөлөшө һәм ҡануниәт буйынса комитеты, БДУ-ның Хоҡуҡ институты ойоштора.
Сара бөтә санитар-эпидемиологик талаптарҙы күҙәтеп тормошҡа ашырыласаҡ. Ҡатнашыусыларҙың хәүефһеҙлеген тәьмин итеү өсөн дезинфекция кабиналары ҡуйыласаҡ, ҡунаҡтар битлек һәм бирсәткәһеҙ индерелмәйәсәк, ә бинала 1,5 метрлыҡ социаль арауыҡ һаҡланасаҡ.