Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
4 Декабрь 2020, 11:30

QR-Конституцияның презентацияһы булды

“Торатау” конгресс-холында V “Конституция-2020: асыҡ власть эволюцияһы” Дөйөм Рәсәй юридик форумы бара

Бөгөн Өфөләге “Торатау” конгресс-холында V “Конституция-2020: асыҡ власть эволюцияһы” Дөйөм Рәсәй юридик форумы үтә. Уның пленар өлөшөндә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров, Юғары юридик белем сифатын күтәреү һорауҙары буйынса ведомство-ара комиссия ағзаһы, Рәсәй Юристар ассоцияцияhының Үҙәк ревизия комиссияһы рәйесе Сергей Шахрай, Юридик вуздар ассоциацияһы президенты, Рәсәй Фәндәр акдемияһының Дәүләттәр һәм хоҡуҡ институтының интеграциялы һәм цивилизациялы тикшеренеүҙәр үҙәгенең ғилми етәксеһе Сергей Байбурин, Федераль адвокаттар палатаһы вице-президенты, Рәсәй Йәмәғәт палатаһы ағзаһы Владислав Гриб, Рәсәй юристары ассоциацияһы идараһы рәйесе Владимир Груздев ҡатнаша. Дәүләт Думаһының комитет рәйесе, Рәсәй юристары ассоциацияһының рәйестәше Павел Крашенинников һәм Европа Советының Хоҡуҡ һөҙөмтәлелеге буйынса Европа комиссияһы президенты Рамин Афад оғлы Гурбанов ултырышҡа онлайн-режимда ҡушылды.
Сарала илдәге беренсе QR-Конституцияның презентацияһы булды. Был интерактив проект илдең төп законына яңы үҙгәрештәр индереү тураһында мәғлүмәт таратыуға һәм смартфон аша уның көнүҙәк редакцияһына инә ала. QR-Конституция Башҡортостандың матди бумаған һанлы мираҫының даими элементына әйләнәсәк һәм хоҡуҡ нигеҙҙәре нормаһын аңлатып, халыҡтың киң ҡатламын биләп аласаҡ.
QR-кодлы стеллалар Башҡорт дәүләт университетында, Күп функциялы үҙәктә, автобус туҡталыштарында һәм башҡа социаль әһәмиәтле урындарҙа ҡуйыласаҡ. Контент урынлаштырылған урынға бәйле төрлөләндереләсәк, QR-кодтар ҡала халҡын аныҡ учреждениеның эшенә йүнәлтелгән Конституция статьялары менән таныштырасаҡ. Граждандар код сканы аша өс платформаның береһенә күсәсәк: Конституцияның яңыртылған редакцияһы ҡушымтаһын күсереп алыу, 2020 йылғы Конституцияға төҙәтмәләр йыйылған махсуслашҡан сайтҡа күсеү, шулай уҡ Конституцияның һәр бер бүлеге статьялары шәлкемен һайлау.
Фото: “Башинформ” сайтынан.
Читайте нас