Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
4 Декабря 2020, 09:30

“Торатау”ҙа ҙур юридик форум бара

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров V “Конституция-2020. Халыҡ власы эволюцияһы” дөйөм Рәсәй юридик форумының пленар ултырышында ҡатнаша.

Бөгөн Өфөләге “Торатау” конгресс-холында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров V “Конституция-2020. Халыҡ власы эволюцияһы” дөйөм Рәсәй юридик форумының пленар ултырышында ҡатнаша.
Форум эшендә Юғары юридик белем биреү сифатын яҡшыртыу мәсьәләләре буйынса ведомство-ара комиссияһы ағзаһы, Рәсәй юристары ассоциацияһының Үҙәк ревизия комиссияһы рәйесе Сергей Шахрай, Юридик вуздар ассоциацияһы президенты Сергей Бабурин, Рәсәй юристары ассоциацияһы идараһы рәйесе Владимир Груздев, Рәсәйҙең Федераль адвокаттар палатаһы вице-президенты, Йәмәғәт палатаһы ағзаһы Владислав Гриб ҡатнаша.
Ултырышҡа онлайн тәртибендә шулай уҡ Дәүләт Думаһының дәүләт төҙөлөшө һәм ҡануниәт комитеты рәйесе Павел Крашенинников һәм Европа суд эшмәкәрлегенең һөҙөмтәлелеге комиссияһы президенты Рамин Афад оглы Гурбанов ҡушылды.
Фото: glavarb.ru
Читайте нас