Өфөлә “Торатау” конгресс-холында уҙған V “Конституция-2020: асыҡ власть эволюцияһы” Дөйөм Рәсәй юридик форумы барышында хоҡуҡи белем буйынса “Legal Battle” oнлайн-уйыны ойошторолдо. Илдең алдынғы юристары, бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ вәкилдәре хоҡуҡ өлкәһендә белемен тикшереп ҡараны.
Уйындың финалы биш раунд форматында уҙҙы, унда командалар Рәсәй Конституцияһын белеүҙәрен, юғары хоҡуҡи мәҙәниәт кимәлен һәм бәхәстәрҙе эшлекле алып барыу оҫталығын күрһәтте. Юридик йәмғиәтселек еңеүсене билдәләне.
Башҡортостан Башлығы Кубогын капитан – Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров етәкселегендәге “Алға” командаһы яуланы. Уның составында Федераль адвокаттар палатаһы вице-президенты, Рәсәй Йәмәғәт палатаһы ағзаһы Владислав Гриб, Рәсәй юристары ассоциацияһы идараһы рәйесе Владимир Груздев, Башҡортостан Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Илона Макаренко бар.
Ойоштороусылар белдереүенсә, “Legal Battle” конституцион хоҡуҡ өлкәһендәге белемде, юридик оҫталыҡты үҫтереүгә йүнәлтелгән. Быйыл йәй Рәсәй Конституцияһына үҙгәрештәр индергәндән һуң был мәсьәлә айырыуса көнүҙәк булып тора.