Өфөләге “Торатау” конгресс-холында уҙған V “Конституция-2020: асыҡ власть эволюцияһы” Дөйөм Рәсәй юридик форумында Юғары юридик белем сифатын күтәреү мәсьәләләре буйынса ведомство-ара комиссия ағзаһы, Рәсәй Юристар ассоциацияhының Үҙәк ревизия комиссияһы рәйесе Сергей Шахрай ҡатнашты Ул 1993 йылда ҡабул ителгән Рәсәй Федерацияһы Конституцияһы авторҙарының береһе.
Сергей Шахрай белдереүенсә, Конституция суды, парламент, граждандар йәмәғәтселеге яңыртылған Конституция нормаларын күҙәтеүҙе контролдә тоторға тейеш.
"Конституцияны үҙ закондары аша үҫтерергә кәрәк. Әле күп эксперттар төҙәтмәләрҙе тәнҡитләй. Был үҙгәртеүҙәрҙе ябай ғына итеп хәл итергә булыр ине. Мәҫәлән, беҙҙең Конституцияла үлем язаһы бар. Үҙе ҡулланылмай, сөнки уға мөһләт иғлан ителгән. Көнбайыштың баҫымын, санкцияларға бәйле хәлде иҫәпкә алып, ваҡыт өлөшө буйынса нормалар эшен туҡтаттырырға, властың күсәгилешлелеге һәм алмашыныуы мәсьәләһен матурыраҡ хәл итергә булыр ине, тауыш биреү уҙғарып, 36 миллиард һумды сарыф итмәйенсә", – тине Сергей Шахрай матбуғат саралары вәкилдәре менән аралашҡанда.
Федераль адвокаттар палатаһы вице-президенты, Рәсәй Йәмәғәт палатаһы ағзаһы Владислав Грибтың фекеренсә, илдә быға тиклем урындағы үҙидара органдары асыҡ власҡа ҡарағанда гражданлыҡ йәмғиәте институтына яҡын булған.
"Власть иһә урындарҙа ла, төбәк һәм федераль кимәлдә лә бар, – тип билдәләне ул. – Шуға ла мин был йәһәттән юридик төҙәтмә индереү – урындағы власҡа “асыҡ власть” һүҙен ҡайтарыу яҡлы. Эйе, “ул – гражданлыҡ йәмғиәте институты” тигән диссертациялар булды. Әммә был – власть. Нәҡ ул асыҡ тип аталырға тейеш. Һөҙөмтәлә властың берҙәм структураһы килеп сыға, уға урындағы, төбәк һәм федераль кимәлдәге лә инә".