Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
5 Декабрь 2020, 05:00

"Беҙ ҙур ваҡиға алдында торабыҙ..."

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Йыл юрисы” премияһы лауреаттарын тәбрикләне.

Өфөлә “Торатау” конгресс-холында уҙған V “Конституция-2020: асыҡ власть эволюцияһы” Дөйөм Рәсәй юридик форумы барышында “Йыл юрисы”, шулай уҡ Петр Россинский һәм Анатолий Венедиктов исемдәрендәге төбәк юридик премиялары тапшырылды. Лауреттарҙы һәм был сарала ҡатнашҡандарҙы Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров тәбрикләне.
– Бөгөн хаҡлы наградаларын аласаҡ лайыҡлы юристарыбыҙҙы ҡотлайым. Шулай уҡ быға тиклем ошо мөһим һәм абруйлы премия лауреаттары булғандарҙы сәләмләйем, – тине республика Башлығы бүләкләү алдынан сығыш яһағанда. – Беҙ ҙур ваҡиға алдында торабыҙ: Рәсәй Федерацияһы Конституцияһы үҙгәреүе нигеҙендә ил төбәктәренең Төп закондарына ла үҙгәрештәр индереү зарурлығы тыуҙы. Беҙ эшсе төркөмдө булдырҙыҡ. Уға Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев етәкселек итә. Бөгөнгө һөйләшеүҙәрҙә әйтелгән фекерҙәр был эштә сағылыш табыр тип ышанам.
“Йыл юрисы” – Рәсәй Президентының 2009 йылдың 8 октябрендәге указы менән раҫланған юғары юридик премия. Уны Юристар көнөндә – 3 декабрҙә тапшыралар. Лауреттарҙы Рәсәй юристар ассоциацияһы һайлай. Төрлө йылдарҙа был премияға Михаил Барщевский, Павел Крашенинников, Андрей Назаров лайыҡ булды.
Башҡортостанда Рәсәй юристары ассоциацияһының республика бүлексәһе билдәләгән лауреттарға “Йыл юрисы” төбәк премияһы бирелә. “Торатау” конгресс-холында уҙған форумда нәҡ уны тапшырҙылар.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.
Читайте нас