Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
10 Декабрь 2020, 18:00

Коррупцияға ҡаршы бергәләп көрәшәбеҙ

Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһында семинар уҙғарылды.

Бөгөн Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһында видеоконференцэлемтә тәртибендә Рәсәйҙең коррупцияға ҡаршы эш итеү тураһындағы ҡануниәтен ҡулланыуҙың көнүҙәк мәсьәләләре буйынса уҡыу семинары уҙғарылды.
Сара Халыҡ-ара коррупцияға ҡаршы көрәш көнөнә арналды. Унда дәүләт һәм муниципаль органдарҙың 100-ҙән ашыу вазифалы кешеһе ҡатнашты.
Академия ректоры Илгиз Ҡыҙырғолов семинарҙы сәләмләү телмәре менән асты. Республика Башлығының Коррупцияға ҡаршы эш итеү идаралығы начальнигы Виктор Бутыркин ведомствоның быйыл республикала коррупциялы тәртип боҙоуҙарҙы иҫкәртеү буйынса эшмәкәрлеге тураһында һөйләне. Идаралыҡтың коррупциялы һәм башҡа тәртип боҙоуҙарҙы иҫкәртеү бүлеге мөдире Самир Бикбулатов Башҡортостандың дәүләт власы һәм урындағы үҙидара органдарында асыҡланған закон боҙоу осраҡтары хаҡында ентекле мәғлүмәт бирҙе.
Семинар нигеҙендә шулай уҡ коррупциялы һәм бүтән төрлө тәртип боҙоуҙарҙы иҫкәртеү буйынса эш өсөн яуаплы дәүләт һәм муниципаль хеҙмәткәрҙәр араһында уҙғарылған конкурсҡа йомғаҡ яһалды.
Фото: ufacity.info
Читайте нас