Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
11 Декабрь 2020, 14:09

Радий ХӘБИРОВ: “Беҙ ҙур ваҡиға алдында торабыҙ”

Илдең алдынғы юристары – Өфөлә.

12 декабрь – Рәсәй Конституцияһы көнө. Был иҫтәлекле көн 1993 йылдан бирле рәсми билдәләнә. Конституция – илдең төп хоҡуҡи документы, барлыҡ ҡануниәт системаһы унан башлана. Заман башҡа – заң башҡа, тигәндәй, илдең төп документын үҙгәртеү зарурлығы килеп тыуҙы. Ошо айҡанлы быйыл йәй Дөйөм Рәсәй тауыш биреү көнөндә Рәсәй Федерацияһы Конституцияһына индерелгән төҙәтмәләр өсөн тауыш бирҙек. Яңыраҡ Өфөлә “Торатау” конгресс-холында уҙған V Дөйөм Рәсәй “Конституция-2020: асыҡ власть эволюцияһы” юридик форумында төп һөйләшеү ҙә Рәсәй Конституцияһына индерелгән төҙәтмәләр тураһында булды.
Алдынғы юристар ҡатнашты


Форумдың пленар өлөшөндә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров, Юғары юридик белем сифатын яҡшыртыу мәсьәләләре буйынса ведомство-ара комиссия ағзаһы, Рәсәй Юристар ассоциа­цияhының Үҙәк ревизия комис­сияһы рәйесе Сергей Шахрай, Юридик вуздар ассоциацияһы президенты, Рәсәй Фәндәр акаде­мияһының Дәүләттәр һәм хоҡуҡ институтының интеграциялы һәм цивилизациялы тикшеренеүҙәр үҙәгенең ғилми етәксеһе Сергей Бабурин, Федераль адвокаттар палатаһы вице-президенты, Рәсәй Йәмәғәт палатаһы ағзаһы Владислав Гриб, Рәсәй Юристар ассо­циацияһы идараһы рәйесе Владимир Груздев ҡат­нашты. Дәүләт Думаһының комитет рәйесе, Рәсәй Юристар ассоциацияһының рәйестәше Павел Крашенинников һәм Европа Советының Хоҡуҡ һөҙөмтәлелеге буйынса Европа комиссияһы президенты Рамин Афад оғлы Гурбанов ултырышҡа онлайн тәртибендә ҡушылды.
Сергей Шахрай – 1993 йылда ҡабул ителгән Рәсәй Федерацияһы Конституцияһы авторҙарының береһе. Уның белдереүенсә, Конституция суды, парламент, граждандар йәмәғәтселеге яңыртылған Конституция нормаларын күҙәтеүҙе контролдә тоторға тейеш.
Федераль адвокаттар палатаһы вице-президенты, Рәсәй Йәмәғәт палатаһы ағзаһы Владислав Грибтың фекеренсә, илдә быға тиклем урындағы үҙидара органдары асыҡ власҡа ҡарағанда гражданлыҡ йәмғиәте институтына яҡын булған.

“Власть иһә урындарҙа ла, төбәк һәм федераль кимәлдә лә бар, – тип билдәләне ул. – Шуға ла мин был йәһәттән юридик төҙәтмә индереү – урындағы власҡа “асыҡ власть” һүҙен ҡайтарыу яҡлы. Эйе, “ул – гражданлыҡ йәмғиәте институты” тигән диссертациялар булды. Әммә был – власть. Нәҡ ул асыҡ тип аталырға тейеш. Һөҙөмтәлә властың берҙәм структураһы килеп сыға, уға урындағы, төбәк һәм федераль кимәлдәге лә инә”.


QR-Конституцияның презентацияһы


Сарала илдәге беренсе QR-Конституцияның презентацияһы булды. Был интерактив проект илдең Төп законына яңы үҙгә­рештәр индереү тураһында мәғлүмәт таратыуға һәм смартфон аша уның көнүҙәк редакцияһына инә ала. QR-Конституция Башҡорт­остандың матди булмаған һанлы мираҫының даими элементына әйләнәсәк һәм, хоҡуҡ нигеҙҙәре нормаһын аңлатып, халыҡтың киң ҡатламын биләп аласаҡ.
QR-кодлы стелалар Башҡорт дәүләт университетында, Күп функциялы үҙәктәрҙә, автобус туҡта­лыштарында һәм башҡа социаль әһәмиәтле урындарҙа ҡуйыласаҡ.
Контент урынлаштырылған урынға бәйле төрләндереләсәк, QR-кодтар ҡала халҡын аныҡ учреждениеның эшенә йүнәлтелгән Конституция статьялары менән таныштырасаҡ. Граждандар код сканы аша өс платформаның бере­һенә күсәсәк: Конституцияның яңыртылған редакцияһы ҡушымта­һын күсереп алыу, 2020 йылғы Конституцияға төҙәтмәләр йыйыл­ған махсуслашҡан сайтҡа күсеү, шулай уҡ Конституцияның һәр бүлеге статьялары шәлкемен һайлау.


“Йыл юрисы”


“Йыл юрисы” – Рәсәй Президентының 2009 йылдың 8 октябрендәге Указы менән раҫланған юғары юридик премия. Уны Юристар көнөндә – 3 декабрҙә тапшыралар. Лауреаттарҙы Рәсәй Юристар ассоциацияһы һайлай. Шуны ла билдәләргә кәрәк, төрлө йылдарҙа был премияға Михаил Барщевский, Павел Крашенинников, Андрей Назаров лайыҡ булды.

V Дөйөм Рәсәй “Конституция-2020: асыҡ власть эволюцияһы” юридик форумы ваҡытында “Йыл юрисы”, шулай уҡ Петр Россинский һәм Анатолий Венедиктов исем­дәрендәге төбәк юридик премиялары, шулай уҡ Почет грамоталары, рәхмәт хаттары тапшырылды.
– Хаҡлы наградаларға лайыҡ булған юристарыбыҙҙы ҡотлайым. Шулай уҡ быға тиклем ошо мөһим һәм абруйлы премия лауреаттары булғандарҙы ла тәбрикләйем. Беҙ ҙур ваҡиға алдында торабыҙ: Рәсәй Федерацияһы Конституцияһының үҙгәреүе нигеҙендә ил төбәктә­ренең Төп закондарына ла үҙгә­рештәр индереү зарурлығы тыуҙы. Беҙ эшсе төркөм булдырҙыҡ. Уға Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев етәк­селек итә. Бөгөнгө һөйләшеүҙәрҙә әйтелгән фекерҙәр был эштә сағылыш табыр, тип ышанам, – тине республика Башлығы Радий Хәбиров.
Башҡортостанда Рәсәй Юристар ассоциацияһының республика бүлексәһе билдәләгән лауреат­тарға “Йыл юрисы” төбәк премияһы бирелә. “Торатау” конгресс-холында уҙған форумда нәҡ ошо премия тапшырылды.
Мәртәбәле форумда Башҡорт дәүләт университеты Хоҡуҡ институтының криминалистика кафедраһы профессоры, юридик фәндәр докторы Фәрит Әминев фәнде үҫтереүгә өлөш индергәне өсөн бүләкләнде. Эшҡыуарҙар хоҡуғын яҡлау буйынса вәкил Флүр Әсәҙуллин “Кеше хоҡуҡтарын яҡлау эшмәкәрлеге” номинацияһында премияға лайыҡ булды.
“Башҡортостан” телера­дио­компанияһы директоры урынба­ҫары Шамил Ишемйәров – “Хоҡуҡи мәғрифәтселек”, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Секретариатының конституция һәм муниципаль ҡануниәт бүлеге кәңәшсеһе Әлиә Зарипова “Законды үҫтереү” өсөн бүләкләнде.
Башҡортостандың атҡаҙанған юрисы, доцент, Башҡорт дәүләт университетының уҡыу-методик эше буйынса проректоры Азат Ғилемханов “Юридик белем һәм тәрбиә” номинацияһында “Йыл юрисы” премияһына лайыҡ булды. “Башинформ” мәғлүмәт агентлы­ғының баш мөхәррире, “Ысынын әйткәндә” тапшырыуы авторы Руслан Шәрәфетдинов юридик йүнәлештәге тапшырыуҙар теҙмәһе өсөн бүләкләнде.
Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Секретариаты етәксеһе Марат Шәйхулов – “Юристар ассоциацияһы эшмәкәрлегенә ярҙам иткәне өсөн”, Башҡортостан Республикаһының “Хоҡуҡи ярҙам үҙәге” төбәк йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе Айрат Хәйбуллин “Граждан­лыҡ йәмғиәтен үҫтереүгә өлөш индергәне өсөн” бүләкләнде.
Петр Владимирович Россинский исемендәге премия Баш­ҡорт­остан Үҙәк һайлау комиссияһы рә­йе­се, юридик фәндәр докторы, профессор Илона Макаренкоға тапшырылды.
Анатолий Васильевич Венедиктов исемендәге премияға Юридик юғары уҡыу йорттары ассоциация­һы президенты, Рәсәй Фәндәр академияһы Дәүләттәр һәм хоҡуҡ институтының Интеграциялы һәм цивилизациялы тикшеренеүҙәр үҙәге ғилми етәксеһе Сергей Бабурин лайыҡ булды. Был награданы Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров тапшырҙы.
– Ошондай абруйлы премия­ларға лайыҡтарҙы һайлап алыу һәр ваҡыт ауыр. Быйыл уға өлгөр­гән, билдәле, легендар кеше лайыҡ булды. Уның яҙмышы, әхлаҡи принциптары Венедиктовтыҡы менән бик оҡшаш – тормошоноң күп өлөшөн социалистик милекте яҡлауға арнаған Сергей Бабурин – ошо премия менән бүләкләнеүгә иң лайыҡлы кешеләрҙең береһе. Башҡортостанды яратҡанығыҙ өсөн рәхмәт, – тине Андрей Назаров.
V Дөйөм Рәсәй “Конституция-2020: асыҡ власть эволюцияһы” юридик форумын Дәүләт Дума­һының Дәүләт төҙөлөшө һәм ҡануниәте буйынса комитеты, Рәсәй Юристар ассоциацияһы, Башҡортостан Хөкүмәте, Башҡорт дәүләт университетының Хоҡуҡ институты ойошторҙо. Сараның операторы – “Офис-төркөм” Башҡортостан конгресс-бюроһы.


Андрей НАЗАРОВ, Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры:

– Традицияға ярашлы, беҙҙең республика юристар бәхәсләшһен һәм эшләһен өсөн юридик фәнгә, юриспруденцияға инфраструктура үҫтереү буйынса алынғы урындарҙы биләй. Ошоға бәйле бер нисә йыл элек үткәрелә башлаған форум матур йолаға әйләнде, уның тураһында Рәсәй Федерацияһында ла яҡшы беләләр. Ә Башҡортостан өсөн – ул, әлбиттә, юрист һөнәрен популярлаштырыу, улар тикшерергә теләгән фекерҙәргә өйрәнеү һәм хуплау. Быйылғы йыл айырыуса етди. Бер яҡтан, коронавирус пандемияһына бәйле сикләүҙәр бар, икенсенән, Рәсәй Конституцияһына мөһим үҙгәрештәр индерелде, юристар уны тикшермәйсә үтә алманы, әлбиттә.
Традиция буйынса был йыйындың Башҡортостанда уҙыуы әһәмиәтле. Билдәле юристар, хоҡуҡ белгестәре-спикерҙар үҙ фекерҙәрен, уйҙарын белдереү өсөн йыйылды. Был Башҡортостанда һәм дөйөм Рәсәйҙә юрист һөнәренә лә өҫтәмә этәргес бирәсәк. Һәм, әлбиттә, форумда тикшерелгән идеялар артабан дауамын табасаҡ.
Форумдар, алдан әйткәнемсә, әҙерлектән башлана. Ниндәйҙер тема һайлана, ул тәрән эшкәртеү, уйланыу аша үтә. Форумдарҙа ҡатнашҡан кешеләр уҙаҡташтар һәм дуҫтар булып китә. Һөҙөмтәлә ул таянырға мөмкин булған күп кешеләр, ойошмалар, һөнәрмәндәр менән эшләү мөмкинлеген бирә.
Бөгөн беҙ тәҡдим иткән QR-Конституция хөрмәтле ҡунаҡ­тарҙа хуплау тапты. Был иһә йыл һайын яңы фекерҙәр тәҡдим итеүебеҙ тураһында һөйләй, улар йыш ҡына федераль ки­мәлдә, Рәсәй Федерацияһының башҡа төбәктәрендә лә яҡлау таба. Ә был беҙҙең өсөн – һәр саҡ әҙерлекле булыу һәм юридик мәғрифәтселектә алдынғылар рәтендә тороу бурысы. Өфө бы­ға айырыуса ынтыла, был кимәлде ғорур рәүештә һаҡлар­быҙ, тип ышанам. Был йәһәт­тән башҡа төбәктәрҙең мөм­кин­леге юҡ. Рәсәй Юристар ассоциацияһының Башҡорт­остан бүлексәһе урындағы бүлексәләр һәм ағзалар һаны, Рәсәй Федерацияһы субъекттары тәҡдим иткән идеяларҙы ғәмәлгә ашырыу һәм эш һөҙөмтәләре буйынса илдә алдынғы урында тора.
Читайте нас