Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев республика халҡын Рәсәй Федерацияһы Конституцияһы көнө менән ҡотланы.
– Конституция 1993 йылда тормошобоҙҙоң барлыҡ өлкәләренә ҡағылған ҙур үҙгәрештәр тулҡынында ҡабул ителә. Кеше хоҡуҡтарын һәм иреклеген иң юғары ҡиммәттәр тип иғлан итеп, төп Закон илдәге артабанғы демократик реформаларға, иҡтисад һәм социаль өлкәләге үҙгәрештәргә ышаныслы нигеҙгә әйләнә. Шул осорҙан сирек быуат ваҡыт үтте.
Быйыл Рәсәй Федерацияһы граждандары яҙмышты хәл иткән ҡарар ҡабул итте һәм Конституцияға төҙәтмәләргә тауыш бирҙе. Күпселек тауыш Рәсәй дәүләтселеге суверенитетын нығытыу һәм социаль гарантияларҙы көсәйтеү файҙаһына бирелде. Төп Закон ғаиләне һәм ғаилә ҡиммәттәрен яҡлауға, балаларға бөтә яҡлап ярҙам итеүгә, киләсәк быуынға экологик яҡтан таҙа мөхитте һаҡлауға йүнәлтелгән положениелар менән тулыландырылды.
Конституция барлыҡ хоҡуҡ системаһының үҙәге булып тора, шуға күрә лә әле индерелгән төҙәтмәләргә ярашлы федераль һәм төбәк ҡануниәтен ипкә килтереү буйынса күләмле эш алып барыла. Яңыртылған Конституция Рәсәй дәүләтселеген һәм федерализмын нығытыуҙа, беҙҙең ҙур илебеҙҙең һәр бер гражданының мәнфәғәттәренең ынтылышлы үҫеше өсөн ныҡлы нигеҙ булып хеҙмәт итер, тип ышанам, – тине байрам айҡанлы Константин Толкачев.