Бөгөн 12 декабрҙә Республика йортонда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республика Хөкүмәте, ҡала һәм район етәкселәре ҡатнашлығында семинар-кәңәшмә үткәрҙе. Унда 2020 йыл өсөн муниципалитеттарҙа яҡынса социаль-иҡтисади үҫеш йомғаҡтары яһалды һәм 2021 йылға ҡуйыласаҡ мөһим бурыстар ҡаралды.
Семинарҙы асып, Башҡортостан Башлығы урындағы идара итеү командаларына, тәү сиратта коронавирус менән көрәштә уңышлы эштәре өсөн рәхмәт әйтте. Төбәк етәксеһе фекеренсә, бергә эшләгәндә генә уңышҡа өлгәшеп була.
– Үтеп барған йыл бик ауыр булды. Иң мөһиме, беҙ һаулыҡ һаҡлауҙа хәлде тотороҡландыра алдыҡ. Коронавирусҡа ҡаршы көрәш сиктәрендә ҡабул ителгән саралар һөҙөмтәһен бирә: 65 йәштән өлкәндәр араһында сирләгәндәр һаны кәмене. Муниципалитеттарға был ауыр осорҙо лайыҡлы һәм ойошҡан үтә алған өсөн рәхмәт әйтәм, – тине Радий Хәбиров. – Белеүегеҙсә, Стәрлетамаҡта йоғошло ауырыуҙар госпитален төҙөп бөттөк. Лицензирование үтеү менән ул беренсе пациенттарын ҡабул итә башлаясаҡ. Был урындағы дауаханаларға эшмәкәрлектәренең профилле йүнәлешенә әйләнеп ҡайтыу мөмкинлеге бирәсәк һәм улар граждандарға барлыҡ талап ителгән ярҙамды күрһәтә башлаясаҡ. Шул уҡ ваҡытта санитар талаптарҙы үтәү буйынса әүҙемлекте кәметергә ярамай. Битлек тәртибе, социаль дистанция, даими дезинфекция – мотлаҡ талаптар.
Артабан кәңәшмәлә ҡатнашыусылар урындағы бюджеттарға килемде арттырыу мөмкинлектәре, биләмәләрҙең социаль инфраструктураһын үҫтереү, уңайлы ҡала мөхите һәм заманса йәмәғәт киңлектәре булдырыу, халыҡ менән һөҙөмтәле коммуникация булдырыу мәсьәләләрен ҡараны.
Беренсе вице-премьер – Хөкүмәт Аппараты етәксеһе Илшат Тажетдинов 2019 йыл өсөн Башҡортостан ҡала һәм райондарының урындағы үҙидара органдарының һөҙөмтәлеген комплекслы баһалау һөҙөмтәләре тураһында һөйләне. Рейтинг өсөн эшҡыуарлыҡ үҫеше, инвестиция климаты, транспорт инфраструктураһы, тормош сифаты һәм халыҡтың белем алыу кимәле, кешеләрҙең власть органдары эшмәкәрлеге менән ҡәнәғәт булыуы кеүек критерийҙар иҫәпкә алынды. 2019 йыл һөҙөмтәләре буйынса Стәрлетамаҡ, Бәләбәй һәм Өфө райондары лидер булып танылды. Иң яҡшы муниципалитеттар етәкселәре конкурс һайлап алыуы дипломы менән бүләкләнде.
Семинар һуңында Радий Хәбиров Башҡортостан Республикаһының дәүләт наградаларын тапшырҙы.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.