Бөгөн, 16 декабрҙә Өфө Ҡала Советының сираттан тыш 71-се ултырышында Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһе Александр Сидякин Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Сергей Грековтың кандидатураһын ваҡытлыса хакимиәт башлығы вазифаһын башҡарыусы булараҡ тәҡдим итте.
– Өфө мэры Өлфәт Мансур улы Мостафиндың үлеменән һуң ваҡыт үтте һәм хәҙер беҙгә Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы вазифаһына кандидат буйынса яуаплы ҡарар ҡабул итер ваҡыт етте, – тине Александр Сидякин. – Ҡала алдында бик күп мөһим бурыстар тора. Был ағымдағы коммуналь йөкләмәләр ҙә, 2024 йылда үтәсәк баш ҡалаға нигеҙ һалыуҙың 450 йыллығын байрам итеүгә әҙерлек тә. Ваҡыт аҙ ҡала, ә юбилей пландары ҙур. Һәм ҡалала етәксе булырға тейеш.
Александр Сидякин Сергей Греков менән таныштырҙы.
– Сергей Николаевич Ишембай ҡалаһында тыуған, тик уның бөтә ғүмере һәм эше Өфө менән бәйле, – тине ул. – Уның ҡатыны менән ете балаһы булыуы ғына ла күп нәмә тураһында һөйләй. Бай тормош тәжрибәһе һәм беҙҙең идара итеү командаһында эшләү ҡаланың яңы етәксеһенә ваҡыт саҡырыуын лайыҡлы үтәү мөмкинлеге бирер тип ышанабыҙ.
Өфө ҡала советы депутаттары бер тауыштан Сергей Грековтың кандидатураһын хупланы.
Депутаттар алдында сығыш яһап, Сергей Греков яңы вазифала башҡарырға ниәтләгән өҫтөнлөклө бурыстары тураһында һөйләне.
– Өлфәт Мостафин осоронда һуңғы ике йылда бик күп эшләнде, – тине Сергей Греков. – Йөҙәрләгән ихата һәм йәмәғәт киңлектәре ремонтланды. Бөтә был йыйылған тәжрибә баш ҡаланың юбилейына әҙерлек ваҡытында кәрәк буласаҡ. Беҙҙең бурыс – Өфөнө тағы ла матурыраҡ итергә, ҡала халҡы үҙҙәрен уңайлы тойорға тейеш.
Ҡала Советы депутаттары хакимиәт башлығы вазифаһына кандидат һайлау буйынса конкурс үткәреү сроктарын һәм конкурс комиссияһы составын билдәләне.
Сергей Николаевич Греков 1968 йылдың 3 сентябрендә Ишембай ҡалаһында тыуған. Плеханов исемендәге Рәсәй иҡтисади академияһын тамамлаған.
Республиканың нефть химияһы тармағы предприятиеларында эшләгән. "Газтехресурс” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте булдырған һәм етәкләгән. “Пилот” техник системалар ғилми-тикшеренеү институты учредителе. Улар нефть табыу һәм быраулау тармағы өсөн ҡорамалдар һәм технологиялар эшләү, аҙаҡ уларҙы эшкә индереү менән шөғөлләнә. “Ойл-Автоматика” компанияһын булдырған, ул да ошо уҡ тармаҡта эшләй. Бөтә предприятиелар ҙа Өфөлә теркәлгән.
Өйләнгән, ете бала үҫтерә.