Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
17 Декабрь 2020, 10:00

Бер юлы дүрт прокурор тәғәйенләнде

Ниндәй райондарҙа? Генераль прокурор Игорь Красновтың 11 декабрҙәге бойороҡтарына ярашлы...

Рәсәйҙең генераль прокуроры Игорь Красновтың 11 декабрҙәге бойороҡтарына ярашлы, Башҡортостанда бер юлы дүрт прокурор тәғәйенләнде – Борай, Краснокама, Тәтешле һәм Йәрмәкәй райондарында.
Борай район прокуроры итеп тәғәйенләнгән Раджив Ғайсин 1988 йылда Тажикстандың Дүшәмбе ҡалаһында тыуған. Ул 2010 йылда Башҡорт дәүләт университетын тамамлай. Яңы вазифаға тәғәйенләнгәнгә тиклем Баймаҡ районы прокуроры урынбаҫары, 2013–2016 йылдарҙа Башҡортостан прокуратураһының енәйәт-суд идаралығының дәүләт ғәйепләү бүлеге прокуроры, 2016–2020 йылдарҙа Әбйәлил район прокуроры урынбаҫары булып эшләй.
Краснокама район прокуроры вазифаһы йөкмәтелгән Николай Щербинин 1981 йылда Ишембай ҡалаһында тыуған. Ул 2004 йылда Башҡорт дәүләт университетын тамамлай. Хеҙмәт юлын Стәрлетамаҡ прокуратураһы тәфтишсеһе булып башлай. 2008–2011 йылдарҙа – Башҡортостан прокурорының төрмәләрҙә закондарҙың үтәлешен күҙәтеү буйынса ярҙамсыһы, 2011–2012 йылдарҙа Стәрлетамаҡ прокуроры ярҙамсыһы, 2012 йылдан бөгөнгәсә Ишембай район-ара прокуроры урынбаҫары.
Тәтешле район прокуроры Фидан Янгуразов 1985 йылда Бүздәк районының Бүздәк ауылында тыуған. Ул 2007 йылда Рәсәй Эске эштәр министрлығының Өфө юридик институтын тамамлай. Хеҙмәт юлын Башҡортостан Прокуратураһының Тәфтиш комитетының Өфө ҡалаһы Совет районы буйынса тәштиш идаралығы тәфтишсеһе булып башлай, 2011–2013 йылдарҙа шул уҡ районда прокурорҙың өлкән ярҙамсыһы була. 2013–2016 йылдарҙа – Әлшәй район прокуроры урынбаҫары һәм өлкән ярҙамсыһы, һуңынан республика прокуратураһының граждандар хоҡуғын һәм иреклеген күҙәтеү бүлегендә хеҙмәт юлы үтә.
Йәрмәкәй район прокуроры Илнур Сәйфуллин 1982 йылда Федоровка районының Дедов ауылында тыуған. 2009 йылда Башҡортостан Республикаһы Президенты ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһын тамамлай. 2011 – 2015 йылдарҙа – үҙ районында прокурор ярҙамсыһы, 2015 йылдан алып бөгөнгәсә прокурор урынбаҫары булып эшләгән.
Һүрәттә: (һулдан уңға) Раджив Ғайсин (Борай районы), Николай Щербинин (Краснокама районы), Фидан Янгуразов (Тәтешле районы), Илнур Сәйфуллин (Йәрмәкәй районы).
Фото: Башинформ.
Читайте нас