Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
17 Декабрь 2020, 16:30

Радий Хәбиров социаль түләүҙәр системаһын тикшерергә ҡушты

Бөгөн Владимир Путиндың матбуғат конференцияһында Башҡортостандан һорау булды, тигәйнек. Һөҙөмтәлә...

Бөгөн Владимир Путиндың матбуғат конференцияһында Башҡортостандан һорау булды, тигәйнек. Республика Башлығы Радий Хәбиров шунда уҡ төбәктә социаль түләүҙәр системаһын, шул иҫәптән коронавирус пандемияһы осоронда билдәләнгәндәрен тикшерергә ҡушты. Был Күмертау ҡалаһынан Әлгизә Туҡтарованың һорауына бәйле ине.
– Бөтә социаль түләүҙәр системаһын тикшерергә кәрәк, бер ниндәй етешһеҙлек булмаҫҡа тейеш. Кешеләр тейешле түләүҙәрҙе тулы кимәлдә алырға хоҡуҡлы, – тине Радий Хәбиров.
Хәбәр итеүебеҙсә, Владимир Путиндың матбуғат конференцияһы ваҡытында колл-үҙәккә Күмертау ҡалаһында йәшәгән Әлгизә Туҡтарованан һорау килгәйне. Ул туғыҙ айлыҡ балаһына ноябрь һәм декабрь өсөн Пенсия фонды аша түләү алмауы тураһында белдергән. Ошо мәсьәлә буйынса кемгә мөрәжәғәт итергә белмәгән, ә пандемия осоронда был түләүҙәр уның ғаиләһенә бик кәрәк. Шулай уҡ яҡташыбыҙ, 2021 йылда яңы түләүҙәр буламы, тип тә ҡыҙыҡһынды.
Владимир Путин, яңы түләүҙәрҙе билдәләр алдынан ғәмәлдәге ярҙам системаһын көйләргә кәрәк, тине.
– Беҙ был хәлде даими контролдә тотабыҙ. Яңы түләүҙәр тураһында ла уйлайбыҙ. Тик әгәр был ҡатын ноябрь, декабрь айында аҡса алмаған икән, тимәк, беҙ граждандарға ярҙам итеү өсөн билдәләнгән түләүҙәрҙе алыу буйынса система йә эшләмәй, йә өҙөклөк бар. Тәүҙә ошоно яйға һалырға кәрәк, – тине Владимир Путин.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.
Читайте нас