Өфөлә балаларға ҡарата зинасылыҡ ҡылырға теләгән Владимир Зайцевты үлтергән Владимир Санкинды присяжныйҙар суды ғәйепле тип тапҡан.
Рәсәй Тәфтиш комитетының Башҡортостан буйынса идаралығының Өфө ҡалаһы Калинин районы буйынса тәфтиш бүлеге тарафынан “үлтереү”, “талау” статьяларында ҡаралған енәйәттәр ҡылыныуға ҡағылышлы етерлек дәлилдәр тупланды, тип яҙа ведомствоның матбуғат хеҙмәте.
Тәфтиш органынан белдереүҙәренсә, быйыл 30 ғинуарында хөкөм ителеүсе таныш үҫмерҙәрен осрата. Малайҙарҙың береһе уларға таныш булмаған ирҙең боҙоҡ ғәмәлдәр ҡылғанын әйтә. Владимир Санкин был ир менән мөнәсәбәт асыҡларға бара. Ирҙәр араһында килеп сыҡҡан бәхәс һуғышҡа етә, һөҙөмтәлә балаларҙы яҡлаусы Санкин 54 йәшлек ирҙе үлем хәленә еткергәнсе туҡмай, башына штакетник менән һуға, өҫкө кейемһеҙ тышта тота. Шул уҡ ваҡытты уның аҡсаһын да ала. Ваҡиға урынына килгән полиция хеҙмәткәрҙәре Владимир Санкинды айырып ала. Туҡмалған ир “Ашығыс ярҙам” машинаһында йән бирә.
В. Санкин үҙенең енәйәт ҡылыуын танымай, тикшереү тамамланғас, эште присяжныйҙар суд ултырышында ҡарауҙы һорай. Әммә улар ҙа Санкин ғәйепле тигән һығымтаға килә.
Присяжныйҙар суды ҡарары нигеҙендә уға хөкөм сығарыласаҡ.
Мәғлүм булыуынса, 54 йәшлек Владимир Зайцев элек педофилия өсөн 11 йыл төрмәлә ултырып сыҡҡан.
Фото: Башҡортостан буйынса Тәфтиш идаралығы.