Дәүләт башлығы Владимир Путиндың традицион матбуғат конференцияһы булды. Дүрт сәғәттән ашыу барған сарала һорауҙар күп тармаҡтарға ҡағылды, шул иҫәптән иҡтисадҡа. Журналистар етәксенән үтеп барған йылға иҡтисади яҡтан баһа биреүҙе һораны.
– Ҡурсаланыу режимы, етештереүҙең, транспорт ташыуҙарының, эш урындарының ҡыҫҡартылыуы, килемдәрҙең кәмеүе – быларҙың барыһы ла булды. Тик был проблемалар Рәсәйгә генә түгел, бар донъяға таралды. Беҙҙең ил уны лайыҡлы ҡаршы алды. Быға тиклем үҙҙәренең тотороҡло иҡтисады менән ғорурланған илдәргә ҡарағанда ла ныҡлыраҡ тора алдыҡ, – тине Президент.
Дәүләт башлығы белдереүенсә, эске вал тауары (ВВП) кәмеүе ни бары 3,6 процент тәшкил итте. Был АҠШ һәм Европаның алдынғы илдәре менән сағыштырғанда ла түбәнерәк. Сәнәғәт етештереүе өс процентҡа кәмегән. Был башлыса нефткә бәйле. Шул уҡ ваҡытта ыңғай яңылыҡтар ҙа бар. Эшкәртеү сәнәғәтендә үҫеш 1,1 процент тәшкил иткән, ауыл хужалығы тармағы +1,8 процент менән бара. Банктар килеме – 1,3 триллион һум, был финанс системаһының тотороҡлолоғо тураһында һөйләй.
Владимир Владимирович фекеренсә, киләһе 2021 йылда уҡ иҡтисад ыңғай күрһәткестәргә өлгәшергә тейеш.
– Төрлө баһалар, иҫәпләүҙәр буйынса, 2021 йылдың аҙағы, 2022 йылдың баштарына беҙ барлыҡ был проблемаларҙы еңергә тейешбеҙ, – тине ул.
Владимир Путин фекеренсә, йыл аҙағына тиклем реаль эш хаҡы 1,5 процентҡа тиклем үҫергә тейеш. Пандемия осоронда граждандарға тура ярҙам күрһәтеү өсөн 838 миллиард һум аҡса йүнәлтелгән. Был бик ҙур һандар. Йыл башында эшһеҙлек кимәле 4,7 процент булһа, әле ул 6,3 процентҡа тиклем үҫкән. 2021 йыл дауамында иҡтисадҡа ярҙам итеү саралары арҡаһында элекке күрһәткестәргә етеп буласаҡ.
“Рәсәй яйлап нефть-газ энәһенән төшә башланы” тине Владимир Владимирович. Ил бюджетының 70 проценты бөгөндән нефть-газ килемдәре иҫәбенә формалашмай башлаған. Был иҡтисад өсөн яҡшы күрһәткес. Тик барыбер был тармаҡ килемдәренә бәйлелек ҙур булып ҡала.
Ә бына сиктәрҙең ябыҡ булыуы ҡайһы бер тармаҡтар өсөн зыян килтерһә лә, эске туризмды үҫтереү өсөн яҡшы мөмкинлек бирә. Сит илгә йөрөү урынына беҙҙең граждандарҙы Рәсәй эсендә сәйәхәт итергә өйрәтергә кәрәк. Шуға күрә төбәктәргә тырышырға, үҙҙәренә туристар йәлеп итеү күпте эшләргә кәрәк. Дәүләт үҙ кимәлендә кэшбектар һәм башҡа саралар менән ярҙам итәсәк.