Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
22 Декабрь 2020, 19:30

Ете кеше ярлыҡау һораған

Һөҙөмтәлә ике үтенесте ҡәнәғәтләндерергә ҡарар ителде. Сәбәптәре ниҙә?

Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы ярлыҡау мәсьәләләре буйынса комиссияның сираттағы ултырышында хөкөмгә тарттырылған ете кешенең ярлыҡау буйынса үтенесе ҡаралды. Һөҙөмтәлә икәүһен ҡәнәғәтләндерергә ҡарар ителде.
Комиссия ағзалары сәләмәтлеккә ҙур зыян килтергән өсөн хөкөм ителгән ҡатындың үтенесен ҡәнәғәтләндерергә хәл иткән. Кухняла иҫерек ире менән талашҡанда, үҙенә ҡарата кәмһетеүҙәргә, йәберләүҙәргә түҙә алмайынса, ҡатын бысаҡ менән уға киҙәнә. “Комиссия ағзалары ҡарар ҡабул иткәндә хөкөмгә тарттырылған ҡатын тарафынан быға тиклем закон боҙоу осраҡтарының булмауын, ғәйебен таныуын, бәлиғ булмаған йәштәге ҡыҙы барлығын һәм иренең ярлыҡауға ризалығын иҫәпкә алды”, - тигән аңлатма бирҙе Дәүләт Йыйылышы –Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев.
Ярлыҡау һорағандарҙың икенсеһе - хөкөмгә тарттырылған ир - ҡустыһының һәм өләсәһенең аҡсаһын, биҙәү әйберҙәрен урлауҙа ғәйепләнгән. Өҫтәүенә ул инсульттан һуң түшәккә ятҡан ҡатынды тәрбиәләй. Әсәһе үлгәндән һуң ике йыл буйына бәләкәй туғандарының опекуны булып иҫәпләнә. Комиссия ағзаларының әйтеүенсә, был осраҡта ғаилә эсендәге аңлашылмаусанлыҡты хәтерләткән енәйәт үҙе ҙур һорауҙар тыуҙыра. Зыян тулыһынса ҡаплатылған. Хөкөмгә тарттырылыусы әле бөтөнләй йәш, ул тормошон яйға һалырға, өйләнергә, балалар тәрбиәләргә хыяллана. Бөтә яҡтарҙы ла иҫәпкә алып, комиссия егеттең үтенесен ҡәнәғәтләндерергә ҡарар итте. Башҡортостан Башлығы комиссияның ярлыҡау актын ҡулланыуҙың маҡсатҡа ярашлылығын ҡарағас, Рәсәй Президенты ҡарамағына ебәрәсәк.
Фото: Bashkortostan.er.ru
Читайте нас