Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
26 Декабрь 2020, 08:00

Прокурорға кемдең көсө еткән?

Әйтергә кәрәк, бындай осраҡтар күҙәтеү органдарында һирәк осрай...

Әйтергә кәрәк, бындай осраҡтар күҙәтеү органдарында һирәк осрай. Ғәҙәттә, берәй фажиғә, яңғырауыҡлы хәл булһа, прокуратура тикшереүсе булып сығыш яһай.
Был йәһәттән Әбйәлил районы прокуроры Ишбулды ауылында 11 кеше янып үлеүенә бәйле ваҡиғанан һуң эштә ҡала алманы – үҙ теләге менән вазифаһын ҡалдырырға мәжбүр булды. “Булат Аҫылғужин үҙ теләге менән эшенән китте”, – тип был хәлгә ҡарата комментарий бирҙе Башҡортостан прокурорының өлкән ярҙамсыһы Гүзәл Мәсәғүтова.
Булат Аҫылғужин Әбйәлил районы прокуроры итеп 2016 йылдың ноябрендә тәғәйенләнгәйне, күҙәтеү органдарында 2011 йылдан эшләгән.
15 декабрҙә төндә Әбйәлил районы Ишбулды ауылында ҡарттар йорто яныуы арҡаһында 11 кешенең ғүмере өҙөлдө. Республика Башлығы Радий Хәбиров иртән үк ваҡиға урынында булды. Шулай уҡ республика прокуроры Владимир Ведерников та янғын урынына барып, хәл менән яҡындан танышты.
Фото: БР Ғәҙәттән тыш идаралығынан, БР Прокуратурарһынан.
ДУҪТАР! Һеҙҙең был яңылыҡҡа бәйле фекерегеҙҙе беҙҙең социаль селтәрҙәрҙәге төркөмдәребеҙҙә белдерергә саҡырабыҙ:
https://vk.com/gazetabashkortostan
https://facebook.com/gazeta.bashkortostan
Читайте нас