Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республиканың Юғары Судының яңы бинаһын ҡараны, уны файҙаланыуға тапшырырға йыйыналар. Ул баш ҡаланың Пушкин урамындағы суд бинаһына төкәтмә итеп төҙөлдө.
Республика Башлығы судьялар өсөн кабинеттарҙы, административ биналарҙы, конференц-залды, присяжныйҙар һәм енәйәт коллегияһы залдарын ҡараны.
Башҡортостандың Юғары Суды рәйесе Земфира Латипова яңы бинаны киләһе йылда яҙ асырға йыйыныуҙары хаҡында һөйләне. Уның һүҙҙәренсә, эшләү өсөн ошондай юғары технологиялы бинаға Рәсәйҙең ҡайһы бер судтары ғына эйә.
– Һанлы архив менән эшләү ҙә күҙаллана, унда бөтә эштәр күсереләсәк, – тип билдәләне Земфира Латипова.
Радий Хәбиров бында булдырылған шарттарҙы юғары баһаланы һәм яңы бинала судьяларға эшләүе уңайлы буласаҡ, тип билдәләне.
Фото: БР Башлығы сайтынан.