Ғәҙәттә, беҙ автомобиль водителдәрен юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоуҙа ғәйепләргә күнеккәнбеҙ, ә шул ваҡытта йәйәүлеләр ҙә бит уны бик үк үтәп бармай.
Республика ЮХХДИ идаралығы хеҙмәткәрҙәре йәйәүлеләр ҡатнашлығындағы аварияларҙы кәметеү маҡсатында рейдтар уҙғара. Сираттағы ошондай сара Өфөнөң Беренсе май урамында үтте.
Ғәҙәттә, автомобиль водителдәре ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәрен күреү менән тәртипле хәрәкәт итә башлай, ә бына йәйәүлеләр дәүләт автоинспекторына иғтибар ҙа итмәй икән. Рейд барышында ошо хәл асыҡлана. Юл патруле хеҙмәте инспекторҙары торһа ла, халыҡ йәйәүлеләр үткәүеленә иғтибар итмәйенсә, юлдың теләһә ҡайһы еренән ашығып сығыуын дауам итә. Тәртип боҙғандар араһында ҡатын-ҡыҙҙар ҙа, ир-егеттәр ҙә, өләсәйҙәр ҙә, олатайҙар ҙа – бөтәһе лә бар. Шуны ла әйтергә кәрәк, рейд ваҡытында ҡағиҙә боҙған балалар осрамаған. Тимәк, өлкән быуын үҙе насар өлгө күрһәтә.
ЮХХДИ инспекторҙары юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙған йәйәүлеләрҙе туҡтатып, “тәрбиәләп” ала, бының өсөн штраф ҡаралыуы хаҡында ла иҫкәртә. Бындай осраҡта 500 һум күләмендә административ штраф һалына. Шулай уҡ ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре йәйәүлеләргә яҡтылыҡты сағылдырған билдәләр таратты.
Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының ЮХХДИ идаралығының пропаганда инспекторы, полицияның өлкән лейтенанты Марсель Бикташев белдереүенсә, йәйәүлеләр – юл хәрәкәте ҡатнашыусыларының иң йәрәхәт алыуға дусар булған катергорияһы. Водителдәр менән сағыштырғанда, бындай граждандар физик яҡтан яҡлауһыҙ һәм улар ҡатнашлығындағы юл-транспорт ваҡиғаһы күп осраҡта күңелһеҙ тамамлана.
“Быйыл 11 айҙа республикала йәйәүлеләрҙе бәрҙереүгә бәйле 910 осраҡ теркәлде, уларҙа 112 кеше һәләк булды һәм 837 кеше төрлө йәрәхәттәр алды. Йәйәүлеләрҙең юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен белмәүе йәки һанға һуҡмауы арҡаһында авариялар йыш булып тора”, – ти ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре һәм түбәндәге ҡағиҙәләрҙе үтәргә саҡыра.
Насар һауа торошо ваҡытында, айырыуса ҡар яуғанда, водитель автомобиль менән ауыр идара итә һәм һеҙҙе осраҡлы бәрҙереүе ихтимал. Юл аша сыҡҡанда ян-яғыңа ҡарау мөһим, көтөлмәгән һәм киҫкен хәрәкәттәр эшләмәгеҙ. Һеҙҙе үткәрергә бер нисә машина туҡталһа ла, улар артынан етеҙ тиҙлектә хәрәкәт иткән автомобиль булыуы ихтимал. Һеҙҙең урам аша законлы сығыу урынығыҙ – йәйәүлеләр үткәүеле. Пассажир транспортын көткән саҡта юлға сыҡмағыҙ. Болотло, ямғыр көндә юлда күренеп торорға кәрәк, яҡтылыҡты сағылдырған элементтар булған кейем кейеү мотлаҡ.