Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
30 Декабрь 2020, 10:15

Бер мәсьәлә лә иғтибарҙан ситтә ҡалманы

Хәбәрсенең байрамы был, башҡа ваҡытта гел генә мөмкин булып тормағанды башҡара алыуы тантанаһы.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың ҙур матбуғат конференцияһы буйынса фекерҙәр байтаҡ. Халыҡ был сараны оҡшатып ҡабул итте, бик күптәр уны кисә ҡараны. Төбәк етәксеһе журналистарҙың һәм халыҡтың һорауҙарына асыҡтан-асыҡ яуап бирҙе бит.
Радиожурналист һәм яҙыусы, Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәсүл Сәғитов шулай уҡ үҙ фекерҙәре менән уртаҡлашты.
“Матбуғат конференцияларын, айырыуса ҙур вазифа биләгән етәкселәр, шулай уҡ оло, ҡыҙыҡлы шәхестәр ҡатнашлығында уҙғарылғандарын, аныҡ, конкрет һорауҙарға ихлас, тура яуап бирелгәндәрен, бик юғары баһалайым. Хәбәрсенең байрамы был, башҡа ваҡытта гел генә мөмкин булып тормағанды башҡара алыуы тантанаһы.
Хакимлыҡ өсөн дә файҙалы: эшмәкәрлектең төрлө өлкәләре буйынса төп йүнәлештәрҙе йәмғиәткә еткереүҙең өҫтәмә ысулы. Сара тураһында алдан хәбәр ителеүе, заман уңайлыҡтарын ҡулланып, кешеләрҙе борсоған мәсьәләләр буйынса мөрәжәғәттәр ҡабул ҡылыныуы ла хайран яҡшы. Шаһит булғаныбыҙса, кисә телевизор экрандарында аҫта көнкүрешкә бәйле проблемалар ҙа яҙыла барҙы һәм уларҙы хәл итеү йәһәтерәк башҡарылыр, тип һығымта яһау дөрөҫтөр, сөнки ғәм алдына сығарылған эштәрҙең яҙмышы шулай булыусан.
Бөтә нәмәне тиҙ генә төҙөп, йүнәтеп бөтөп тә булмай — тиккә генә һуҙылмаған бит, бына бында инде буш вәғәҙә бирергә һис кәрәкмәй, һәм республика башлығы Радий Хәбировтың кисә ҡайһы бер объекттар буйынса тураһын ярып яуап биреүе хаҡ булды. Матбуғат конференцияһының үҙендә яңғырамаған һорауҙар ҙа ишле булғандыр, моғайын, әммә улар ҙа иғтибарҙан ситтә ҡалмаҫ, тип уйлайым, журналислыҡ эшемдә быға ыңғай миҫалдарҙы күп ишеткәнем бар.
Минеңсә, тормоштоң күп яҡтары буйынса асыҡлыҡ килде, ә был — йәмғиәттәге тотороҡлоҡ нигеҙе. Барыр ер барҙа барыр юл да табыла ул. Халҡыбыҙ күпте күргән, аҡыллы, сабыр, ауырлыҡтарҙы еңә-еңә барырбыҙ”, – тине ул.
Фото: Р. Сәғитовтың шәхси архивынан.
Читайте нас