Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
30 Декабрь 2020, 09:20

"Бындай саралар бик кәрәк"

Матбуғат конференцияһы республикабыҙ халҡын борсоған күп һорауҙарға асыҡлыҡ индереү йәһәтенән мөһим сәйәси ваҡиға булды.

Кисә кис менән республикала мөһим сәйәси ваҡиға булды. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҙур матбуғат конференцияһы үткәрҙе. Ул журналистарҙың һәм халыҡтың һорауҙарына асыҡтан-асыҡ яуап бирҙе.
Беҙ был сара буйынса Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты, республиканың Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте рәйесе Гөлнур Ғәлинур ҡыҙы Ҡолһаринаның фекерен белештек.
“2020 йыл һөҙөмтәләренә арналған Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Фәрит улы Хәбировтың матбуғат конференцияһы республикабыҙ халҡын борсоған күп һорауҙарға асыҡлыҡ индереү йәһәтенән мөһим сәйәси ваҡиға булды тип һанайым.
Дөрөҫөн әйтергә кәрәк – йыл ҡатмарлы һәм көсөргәнешле булды. Ер шарында короновирус пандемияһы көсәйеп, яман киҙеү күп кенә сикләүҙәргә, юғалтыуҙарға һәм көрсөктәргә килтерҙе. Шул арҡылы йәмғиәттәге төрлө үҙгәрештәргә һәм тетрәнеүҙәргә килтергән осраҡтар ҙа күп булды. Ошо ваҡиғаларға ҡағылышлы һорауҙарҙы киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәрҙәренән тыш республикабыҙҙың район һәм ҡалаларында йәшәүсе граждандарыбыҙ ҙа төбәк етәксеһенә бирә алды.
Республика Башлығы әүҙемлек күрһәткән ижтимағи-йәмәғәт хәрәкәтенә, ауыл хужалығын үҫтереүгә, иҡтисадҡа, экологияға, муниципаль берәмектәрҙең үҫеш стратегияһына, һаулыҡ һаҡлау учрежденияларының техник базаһын яҡшыртыуға ҡағылышлы мөһим мәсъәләләр буйынса аныҡлыҡ индерҙе һәм киләсәккә маҡсаттар менән уртаҡлашты.
Йылдың төп ваҡиғалары булып яңы инфекцияға ҡаршы көрәш, республикала ике ковид-госпиталдең ҡыҫҡа ваҡыт эсендә төҙөлөп сафҡа индерелеүе, социаль категориялағы граждандарға ярҙам күрһәтеү торҙо. Был йәһәттән пандемия менән көрәштә ҙур өлөштәрен индереүсе һаулыҡ һаҡлау учреждениеларында эшләүсе табиптарҙың һәм хеҙмәткәрҙәрҙең, ижтимағи-йәмәғәт ойошмаларының, айырыуса мәрхәмәтлек һәм хәстәрлек йүнәлешендә эшләүсе ирекмәндәр хәрәкәтенең баһаһы артты.
Йылды йомғаҡлап Радий Хәбиров уңыштың ныҡлы нигеҙе берҙәмлектә, бер береңә терәк булыуҙа һәм фекерҙәштәрҙең көс-ғәйрәтенә ышаныуҙа икәнен һыҙыҡ өҫтөнә алды. Халыҡ менән асыҡ һөйләшеү форматындағы бындай саралар ойоштороу бик кәрәк", - тине ул.
Фото: Г. Ҡолһаринаның шәхси архивынан.
Читайте нас