Бөгөн Рәсәй прокуратураһы хеҙмәткәрҙәре һөнәри байрамын билдәләй. Ошо көн алдынан республика прокуратураһында кадрҙарға ҡағылышлы үҙгәреш булды.
Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, Башҡортостан Республикаһы прокурорының беренсе урынбаҫары итеп юстиция советнигы Александр Грязников тәғәйенләнде. Уға ҡырҡ йәш, сығышы менән Ҡаҙағстандан, тәртип һаҡлау органдарында 2002 йылдан эшләй. Хеҙмәт юлын Омск өлкәһенең Омский район прокуратураһында ябай тәфтишсе булып башлай һәм өлкән тәфтишсегә тиклем күтәрелә. Һуңынан Крутинский һәм Кормиловский райондарында прокурор вазифаһын биләй.
2014 йылда Архангел өлкәһе прокурорының ойоштороу һорауҙарын һәм башҡарыуҙы күҙәтеү буйынса өлкән ярҙамсыһы була, өс йылдан һуң Архангел өлкәһе прокуроры итеп тәғәйенләнә.
Александр Грязников - Рәсәй Федерацияһының маҡтаулы прокуратура хеҙмәткәре, III дәрәжә “Законға тоғролоҡ өсөн” ҡаһарманлыҡ билдәһе менән наградланған.
Фото: Башҡортостан прокуратураһы сайты.