Быйыл Рәсәй прокуратураһы барлыҡҡа килеүгә 299 йыл. Күҙәтеүсе органға 1722 йылдың 12 ғинуарында Рәсәй императоры Петр I указы менән нигеҙ һалына һәм генераль-прокурор вазифаһы булдырыла. Һөҙөмтәлә илдә прокуратура институты барлыҡҡа килә.
Тәүге йылдарҙан уҡ прокуратураға мөһим дәүләт эштәрен тикшереү һәм күҙәтеү бурысы йөкмәтелә. Инде өс быуат дауамында ул дәүләт тәртип һаҡлау органдары араһында тотороҡло урын биләп килә, әле лә шулай. Хатта иңенә һалынған вәкәләттәр арта төштө. Шулай итеп, прокуратура бөтә хоҡуҡ һаҡлау органдарының енәйәтселеккә ҡаршы көрәшен берләштерә, илдә законлылыҡ, хоҡуҡ тәртибе гаранты булып тора.
Бөгөн прокуратура граждандарҙың хоҡуғын яҡлаған төп дәүләт органы булып тора. Ул закон боҙоуҙарға юл ҡуймау һәм коррупцияға ҡаршы көрәш, эш хаҡын түләттереүгә өлгәшеү, бала хоҡуҡтарын яҡлау кеүек һ.б. йүнәлештәрҙә һөҙөмтәле эшмәкәрлек алып бара.
Башҡортостан Республикаһы прокуроры Владимир Ведерников белдереүенсә, былтыр 11 айҙа республикала коррупция йүнәлешендәге 1054 енәйәт асыҡланған. Уларҙың өстән бер өлөшө ришүәтселек һәм коммерцияны үҙ яғына ауҙарыуға тура килә. Икенсе урында – хеҙмәт вазифаһын файҙаланып мутлашыу, йәғни 255 осраҡ. Шулай уҡ 250 осраҡ хеҙмәт ялғанлығына, 78-е вазифаны яуыз ниәттә файҙаланыуға тура килә. Прокурор белдереүенсә, республикала бындай юҫыҡтағы енәйәт ҡылыуҙар артмаған, ә ведомство хеҙмәткәрҙәренең закон боҙоуҙарҙы асыҡлау эшмәкәрлеге әүҙемләшкән.
Прокуратура хеҙмәткәрҙәре үҙ бурыстарына тоғро ҡалып, илдә законлылыҡты яҡлау һағында ҡала. Иң ауыр минуттарҙа граждандар уларға хоҡуҡтарын яҡлауҙы һорап, ышанып бара. Киләсәктә лә прокуратура хеҙмәткәрҙәре граждандарҙың, илдең мәнфәғәте һағында ҡалыр тип ышанабыҙ.