Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
15 Ғинуар 2021, 17:15

Уңыштар һеҙгә, Сергей Николаевич!

Депутаттар Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығын һайланы.

Бөгөн Өфө ҡалаһы Советының дүртенсе йыйылыш депутаттары 74-се сираттан тыш ултырышҡа йыйылды. Бының сәбәбе мөһим – улар баш ҡала хакимиәтенә яңы башлыҡ һайланы. Бер тауыштан әле ошо вазифаны ваҡытлыса башҡарған, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров тәҡдим иткән кандидатураға – Сергей Грековҡа ышаныс белдерелде.
Конкурста унан тыш Артур Ғафаров менән Алексей Слепнев ҡатнашты. Кандидаттар өсөһө лә депутаттар алдында сығыш яһаны һәм баш ҡаланың үҫешен нисек күреүҙәре тураһында фекерҙәрен әйтте.
Артабан тауыш биреү булды, һөҙөмтәлә депутаттар бер тауыштан Сергей Грековты һайланы. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров сығыш яһап: “Эшегеҙҙә иң мөһиме – ҡала халҡы менән бәйләнештә булыу. Элекке мэр Өлфәт Мостафин формалаштырған командаға килгәндә, артыҡ үҙгәрештәрҙән ҡасырға тырышығыҙ. Эстә һелкетеү кәрәкмәй. Улар алдына бурыстар ҡуйығыҙ һәм эшләтегеҙ”, - тине. Ул Сергей Греков алдына ҡуйылған мөһим бурыстарҙың бик күп икәнен билдәләне. Уларҙың иң ҙуры - Өфөнөң юбилейына әҙерләнеү. Бының өсөн эште бөгөндән башларға кәрәк. Шулай уҡ юл үткәргесте ремонтлаған саҡта халыҡты тыңларға, проблемаларҙы мөмкин тиклем аҙайтырға кәрәк.
Шуныһын билдәләргә кәрәк: мэр менән контракт 2021 йылдың сентябренә тиклем төҙөлдө. Ҡала Советына депутаттар һайлағандан һуң, уларҙың яңы составы яңынан хакимиәт башлығын һайларға тейеш буласаҡ.
Яңы мэрҙы тәғәйенләгәндән һуң Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрҙә: “Уңыштар, Сергей Николаевич! Өфөләрҙең ышанысын аҡларһығыҙ тип ныҡ ышанам. Ә беҙ бөтәбеҙ ҙә ярҙам итәсәкбеҙ”, - тип яҙҙы.
Фото: Олег Яровиков.
Читайте нас