Былтыр ҡулланыусыларҙан 1 меңгә яҡын мөрәжәғәт теркәлгән, уларҙың 700-е күп функциялы һәм сауҙа үҙәктәрендә күсмә сараларҙағы “ҡыҙыу бәйләнеш” телефоны буйынса булған.
Ялыуҙарҙың күп өлөшө – 68 проценты – берәмтәләп сауҙа итеү, 23 проценты – хеҙмәттәр, ҡалған һорауҙар буйынса мөрәжәғәттәр 9 процент тәшкил иткән. 217 дәғүәне яҙыуҙа ярҙам күрһәтелгән. Судҡа тиклем 12 миллион матди зыян ҡапланған.
Республикалағы 63 муниципаль берәмектә лә ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау өсөн яуаплы белгестәр бар.