Уның түҙемлегенә хайран ҡалырлыҡ, алтмыш йыл буйы суд юлында йөрөп, үҙеңдең ғәйепһеҙ булыуыңды иҫбатлап ҡара! 1959 йылда уны ике кешене үлтермәксе итеүҙә ғәйепләйҙәр. Республиканың Юғары судында ошо көндәрҙә Фәтхулла Исхаҡовтың эше буйынса ултырыш үтте.
Былтыр ноябрь айында ир Стәрлебаш район-ара судына Миәкә районы прокурорының енәйәт эше буйынса эште туҡтатыу тураһындағы ҡарарын законһыҙ тип таныуҙы һорап мөрәжәғәт итә. Суд пенсионерҙың дәғүәһен ҡәнәғәтләндерә һәм ҡарарҙы юҡҡа сығара. Юғары суд та уны үҙгәрешһеҙ ҡалдырған.
Тик пенсионер хөкөм ҡарарын юҡҡа сығарыуға өлгәшергә теләй, сөнки ысын енәйәтсе үҙ ғәйебен таныған, ә Фәтхулла Исхаҡовҡа уның өсөн 13 йыл төрмәлә ултырырға тура килгән.
”Мин аҡсалата компенсация талап итмәйем, бары намыҫлы исемемде ҡайтарырға теләйем”, - ти ул. Тәфтиш комитеты уның ғәйепһеҙ булыуын таныған. Әммә судҡа прокурор заключениеһы килмәйенсә хөкөм ҡарарын юҡҡа сығарып булмай. Пенсионерҙың адвокаттары Кассация судына мөрәжәғәт итергә йыйына.