Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
22 Января 2021, 17:00

Алда ҙурыраҡ эштәр көтә

Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров үткән йылдағы эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһаны һәм алдағыһына пландар билдәләне.

Бөгөн “Башинформ” мәғлүмәт агентлығында Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров матбуғат конференцияһы үткәрҙе һәм 2020 йылдағы эшмәкәрлегенә йомғаҡтар яһаны.
Былтыр Дәүләт Думаһына 1110 закон проекты килгән, уларҙың 876-һы ҡаралған, 551-е ҡабул ителгән, ҡалғандарын кире ҡаҡҡандар. Зариф Байғусҡаровҡа граждандарҙан 1249 мөрәжәғәт килгән, ул 64 күсмә халыҡты ҡабул итеү ойошторған, шәхси рәүештә 1924 кешене ҡабул иткән.
Ғәмәлдәге йыйылыштағы эшмәкәрлеге дәүерендә Зариф Байғусҡаров 35 закон проекты тәҡдим иткән, уларҙың 26-һы ҡабул ителгән. Былтыр өс тәҡдим индергән, уларҙың икәүһе ҡабул ителгән, алты проект ҡаралыу өҫтөндә.
– Минең тарафтан тәҡдим ителгән закон проекттары башлыса граждандар менән осрашыуҙар һөҙөмтәһендә тыуҙы. Мәҫәлән, ҡабул ителгән документтың береһе – айнытҡыстар эшмәкәрлеген тергеҙеү. 1 ғинуарҙан алып муниципалитеттар үҙҙәрендә ошондай социаль объекттар булдырыу хоҡуғы алды, улар арҡаһында йөҙәр һәм меңәр кешенең ғүмерен ҡотҡарып буласаҡ, тип ышанам. Йыл һайын Башҡортостанда өшөп 170-тән 203-кә тиклем кеше һәләк була. Хәҙер, полиция тураһындағы законға индерелгән үҙгәрештәргә ярашлы, урам буйынан иҫеректәрҙе полиция хеҙмәткәрҙәре алып китә аласаҡ. Айнытҡыстар түләүле буласаҡ, хеҙмәтләндереү, медицина ярҙамы күрһәтеү һәм йоҡлатып сығарыу өсөн яҡынса тәүлегенә ике мең һум тирәһе түләргә кәрәк буласаҡ. Күптәр, унда асарбаҡтар ғына эләгәсәк ти, тик беҙ уларҙы ла ташларға тейеш түгелбеҙ бит, – тине депутат.
Зариф Байғусҡаров тәҡдим итеп ҡабул ителгән закондар араһында бәлиғ булмағандарға тәмәке, шулай уҡ насвай һәм тартыу ҡушымталары һатыу өсөн язаны арттырыу проекты бар. Бынан тыш, “гараж амнистияһы” тураһындағы закон әле ҡарала. Ул гараж һәм уның аҫтындағы ерҙе ябайлаштарылған формала теркәү мөмкинлеге бирәсәк.
Депутат былтыр Дәүләт Думаһы ҡабул иткән мөһим закондарҙы һынап сыҡты. Улар араһында балалы ғаиләләргә, инвалид бала үҫтергән ғаиләләргә пособиелар билдәләү, иҫерткес эсемлектәр ҡойған бәләкәй тәғәмханалар эшмәкәрлеген сикләү һәм башҡалар бар.
Парламентарий әлеге ваҡытта үҙе 12 закон проекты буйынса эш алып бара. Уларҙың иң мөһиме – ғаиләләге көсләүҙе иҫкәртеү.
– Был законды эшләү әлегә бик ауыр бара, уға ҡаршылар күп. Бөгөн Рәсәйҙә ҡатын-ҡыҙҙарҙың 20 проценты ғаиләлә туҡмалыуға, көсләүгә дусар ителә һәм уларҙың биштән бер өлөшө генә ғариза менән полицияға мөрәжәғәт итә. Ғариза биргәндәренең дә күпселеге уны кирә ала, сөнки ирҙәренә финанс яғынан бәйлеләр, барыр урындары юҡ. Шуға күрә бындай ҡатын-ҡыҙҙар өсөн ярҙам саралары индерергә кәрәк. Мәҫәлән: приюттар булдырыу, психологтар менән эшләтеү. Был законды мотлаҡ ҡабул итәсәкбеҙ. Шулай уҡ быйыл өлкәндәр өсөн шәхси ҡарттар йорттарын мотлаҡ лицензиялау тураһындағы закон да ҡабул ителәсәк, – тине ул.
Депутат белдереүенсә, быйыл да мөһим закондар өҫтөндә эш дауам итә. Улар араһында балалар өсөн юл хәүефһеҙлеге, өйһөҙ йорт хайуандары өсөн федераль аҡса иҫәбенә приюттар асыу, мәжбүри рәүештәп алкоголизмдан дауалау, иҫерек килеш ҡабаттан эләккән кешеләрҙең машинаһын конфискациялау һәм башҡалар бар.
Фото: "Башинформ".
Читайте нас