Республиканың Йәмәғәт Палатаһы ултырышында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Палата ағзаһы Ләйлә Афанасьеваның һорауына яуап биреп, түбәндәгеләрҙе белдерҙе: пассионар кешеләрҙең көс-ҡеүәтен үҙ мәнфәғәтендә файҙаланыусы сәйәси һәм иҡтисади көстәр менән ҡаты һөйләшергә кәрәк.
Ултырыш барышында Радий Хәбиров Республиканың Йәмәғәт Палатаһы нигеҙендә йәмғиәттә хасил булған төрлө мәсьәләләр буйынса ғәҙеллекте тергеҙеү буйынса һөҙөмтәле ҡорал булдырырға тәҡдим итте. Йәмғиәттә ғәҙеллеккә ихтыяж тыуыу сәбәпле, республика Башлығы төбәк халҡын борсоған проблемалар буйынса Палатаға мөрәжәғәт итергә саҡырҙы һәм ҡатмарлы проблемаларҙы шәхси контролгә алырға вәғәҙә итте.
“Бер төрлө фекер бер ваҡытта ла булмай, хатта ғаилә эсендә лә. Бының өсөн фекерҙе төрлөсө белдереү мөмкинлектәре бар. Бәғзеләр власть органдары эше менән ҡәнәғәт түгел, кемдер уны еңелсә тәнҡитләй, ә ҡайһылар власть китергә тейеш, тип иҫәпләй. Ҡыҫҡаһы, бихисап фекерҙәр булыуы ихтимал. Иртәгә, ысынлап та, кешеләрҙең ниндәйҙер өлөшө билдәле функционер Навальныйға бәйле ваҡиғалар айҡанлы урамдарға сығыр, тип уйлайбыҙ. Ошоға бәйле, түбәндәгеләрҙе белдергем килә: мин республика һәм унда булған хәл-ваҡиғалар өсөн яуап бирәм. Әгәр ҙә кешеләр ҡайҙалыр барырға һәм ҡәнәғәтһеҙлек белдерергә йыйына икән, тимәк, мин нимәлер эшләп бөтөрмәгәнмен, командам һәм Хөкүмәт тә, шулай уҡ. Әгәр кеше яҡшы эшләй һәм уның өҫтөндәге власть яуаплы икәнлеген күрә, дөрөҫлөктө һөйләгәнде ишетә икән, ни эшләп ул митингка барырға тейеш һуң ул, һымаҡ тойола. Шуға ла ошо хәлде үҙемә күсерәм. Мин Башҡортостан эсендә 4,035 миллион кеше менән булған хәл-ваҡиғалар өсөн яуап бирәм”, – тип белдерҙе төбәк етәксеһе.
Радий Хәбиров Республиканың Йәмәғәт Палатаһын өлкәндәр шөғөлләнгөн сәйәси процесҡа балаларҙы йәлеп итеүҙе туҡтатырға ярҙамлашырға саҡырҙы.
“Tiktok"ты ҡарағыҙ – унда кисә-бөгөн митингка барыу өсөн көслө агитация бара. Социаль селтәрҙә иһә 12-13 йәшлек үҫмерҙәр ултыра. Миңә ҡалһа, балаларҙы сәйәси ваҡиғаларға этәреү – енәйәти күренеш, сөнки был өлкәндәрҙең эше. Һеҙ күҙ алдына килтерегеҙ – иртәгә шунда балалар барасаҡ, ә унда йәмһеҙ хәлдәр булыуы ла ихтимал: аҡса өсөн килгәндәр була, кемдер юрый низағ тыуҙыра. Әлбиттә, халыҡтың бер өлөшө ихлас киләсәк. Һәм бына бөтә ошо халыҡ араһында балалар ҙа буласаҡ. Был мине борсоған тәүге мәсьәлә. Бөгөн Мәғариф министрлығы менән етди һөйләшеү булды, сөнки ата-әсәләргә, мәктәп һәм уҡытыусылар аша хәлде аңлатыу мөһим. Етмәһә, митинг законлы түгел”, — тине Радий Фәрит улы.
Республика Башлығы халыҡҡа нимәлер оҡшамаған осраҡта кешеләр менән ике яҡлы әңгәмә ҡороу яҡлымын, ә урамға сығыу түгел, тип билдәләне.
“Әйҙәгеҙ, һөйләшәйек! Мин ҡайҙалыр нимәлер ишетмәнем икән, йәмәғәт Палатаһы, Кешеләр хоҡуғы буйынса совет бар – беҙ һәммәбеҙ ҙә кешеләрҙең талаптарына яуап бирергә тырышабыҙ. Ҡуштау ваҡиғалары булғанда үҙемдә көс таптым бит. Мин тау эшкәртелергә тейеш тип иҫәпләй инем, мәгәр бының хаталы фекер икәнлегенә инанғас, тотош халыҡ (ә ниндәйҙер тар маргиналлашҡан төркөм түгел) ҡаршы сыҡҡанын күргәс, “туҡтағыҙ” тинем. Һыҙыҡ өҫтөнә алам: республикалағы хәл-ваҡиғалар өсөн яуап бирергә әҙермен. Һәр аныҡ осраҡта. Бер-беребеҙҙе аңлар һәм төҙәтер өсөн бихисап мөмкинлектәр, юлдар бар. Икенсенән. Әгәр митингтар, фейк тарихтар ҡулланыла, балалар йәлеп ителә икән, ҡаты яуап биреү зарур. Был инде минең компетенция түгел, әммә был осраҡта ла үҙ-үҙебеҙҙе яҡлар кәрәк. Кемдәр ҡайҙалыр саҡыра, яҙа, митингка йыйына икән – улар ҙа беҙҙең кешеләр. Уларға ла беҙ башҡаларға ҡараған кеүек ҡарайбыҙ, ә әгәр ҙә ҡәнәғәтһеҙлек белдерәләр икән, тимәк, беҙ ҡайҙалыр эшләп еткермәгәнбеҙ - һеҙгә еткерергә теләгән төп тезиз бына ошо”, — тине Радий Хәбиров.
Республика Башлығы Башҡортостанда Навальный митингы ойоштороусылар күрһәтергә теләгәнсә үтә киҫкен булмаясаҡ, тигән ышаныс белдерҙе.
«Кешеләр, йәштәр беҙҙе ишетте тип өмөтләнәм, әммә бәғзеләр барыбер урамға сығасаҡ, тип уйлайым. Ул саҡта икенсе хоҡуҡи нормалар ғәмәлгә инә, шуға ла яуаплылыҡ үҙҙәре иңенә ятасаҡ. Ошондай күмәк сараларҙа кешеләр зыян күрә, шуны аңлағыҙ. Йоҙроҡ болғар алдынан тәүҙә һөйләшергә, уртаҡ тел табырға, килешеү өҫтәле артына ултырырға кәрәк, тип иҫәпләйем. Бының өсөн йәмәғәт структуралары, һөйләшеү инструменттары бихисап. Ошо яҡҡа йүнәлергә ине. Әммә мин һәр саҡ пассионар кешеләрҙең көс-ҡеүәтен үҙ мәнфәғәтендә файҙаланыусы сәйәси һәм иҡтисади көстәр менән дистанция тотам: улар менән ҡаты һөйләшергә кәрәк. Әммә был бөтөнләй икенсе тарих”, - тип һығымта яһаны Радий Хәбиров.