Федерация Советының Фән, мәғариф һәм мәҙәниәт буйынса комитеты рәйесе, Федераль милли-мәҙәни башҡорт автономияһы Советы рәйесе Лилиә Ғүмәрова Рәсәй Президенты ҡарамағындағы милләт-ара мөнәсәбәттәр буйынса совет составына индерелде. Бөгөн Президент Владимир Путин Советтың составын раҫлау тураһындағы Указға ҡул ҡуйҙы. Документ рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт порталында баҫылды.
Советтың рәйесе – Президент үҙе, ә уның составына Рәсәй Президенты Хакимиәте етәкселеге, Федерация Советы, Дәүләт Думаһы вәкилдәре, федераль министрлыҡтар һәм ведомстволар, милли-мәҙәни автономиялар, ижтимағи берләшмәләр һәм башҡа ойошмалар етәкселәре инә.
Совет Рәсәй Президенты ҡарамағындағы кәңәшмә һәм консультатив орган булып тора һәм милләт-ара мөнәсәбәттәр өлкәһендә дәүләт сәйәсәтен камиллаштырыу, илебеҙҙәге дәүләт милли сәйәсәтенең өҫтөнлөклө йүнәлештәрен билдәләү буйынса Президентҡа тәҡдимдәр әҙерләү маҡсатын күҙ уңында тотоп булдырылды.
“Рәсәй Президенты Владимир Путин Башҡортостанға тәүге эш сәфәрҙәренең береһе барышында халыҡ араһында бик популярға әйләнгән һүҙҙәр әйткәйне: “Башҡортостанда, һыу тамсыһындағылай, үҙенең күп ҡырлы мәҙәниәте, диндәре, телдәре, халыҡтар дуҫлығы менән тотош Рәсәй сағыла”. Бөгөн дә был йүнәлештәге эш бик мөһим һанала. Мәҙәниәтте, милли сәйәсәтте үҫтереү һәм телдәр төрлөлөгөн һаҡлау Рәсәй Конституцияһы тарафынан нығытылған. Федераль милли-мәҙәни башҡорт автономияһының үҙ проекттарын һәм тәҡдимдәрен шундай юғары кимәлгә сығарыу мөмкинлегенә эйә булыуы – бик абруйлы, әлбиттә. Беҙ электән шундай девиз аҫтында эш итәбеҙ: “Беҙҙең көс – берҙәмлектә, ә берҙәмлек – күп төрлөлөктә”. Беҙҙең автономияның дөйөм федераль эшмәкәрлеккә әүҙем ҡушылырына һәм милләт-ара татыулыҡты нығытыуға, илебеҙҙең – Рәсәй Федерацияһының сәскә атыуына үҙ өлөшөн индереренә ышаным”, – тине сенатор.