Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
23 Января 2021, 17:30

Ата-әсәләр ҡаршы!

Сәйәсәт ул - өлкәндәр эше. Унда балаларҙы ҡыҫтырыу енәйәткә тиң.

Бөгөн Өфөлә властар рөхсәт итмәгән митинг үтте. Унда ҡатнашыуыслар “Башҡортостан” дәүләт концерт залынан алып Салауат Юлаев майҙанына тиклем барҙы. Улар араһында икешәр-өсәр кешенән торған төркөмдәр менән килгән бәлиғ булмағандар ҙа күренде.
Сәғәт 2-ләр тирәһендә “Башҡортостан” дәүләт концерт залы тирәһендә кешеләр йыйыла башланы. Был законһыҙ акция мөмкин булһын өсөн социаль селтәрҙәрҙә ҙур агитация кампанияһы ойошторолғайны, ул тәү сиратта балаларға һәм үҫмерҙәргә йүнәлтелде. Сөнки саҡырыу өсөн бәлиғ булмағандар араһында популяр булған “Тик-ток” платформаһы файҙаланылғайны.
Ғәҙәттә, был йәштәге үҫмерҙәр сәйәсәт менән ҡыҙыҡһынмай. Урам буйына ни бары ҡыҙыҡ өсөн 14 йәше лә тулмағандар сыҡҡан хатта. Акция тураһында ҡайҙан белдегеҙ тигән һорауға, социаль селтәрҙәр аша, тип яуап биргәндәр.
“Митинг була тип социаль селтәрҙәр аша белдем, мин бит интернетта ултырам. Унда нимә яҙғандарын һәм һөйләгәндәрен күрәм. Был турала күп әйткәстәр, ҡыҙыҡ булып китте һәм ҡарарға тип килдем”, - ти акцияла ҡатнашҡан бәлиғ булмаған бала.
Бәлиғ булмаған балаларҙы рөхсәт ителмәгән митингтарҙа ҡатнашырға саҡырыуҙың ошондай технологиялары ата-әсәләргә бик тә оҡшаманы. Әле кисә генә уларҙың балалары “Тик-ток”тағы ҡыҙыҡлы роликтарҙан көлөп ултырһа, бөгөн иһә тәртип боҙоуҙа ҡатнашырға саҡырыу алды.
Фәрхәт Рәхмәтуллин, атай кеше:
“Балаларҙы өлкәндәр эшенә ҡыҫылдырыуҙарына ҡырҡа ҡаршымын. Минең дә балаларым бар, уларға 15 һәм 13 йәш. Бөтәһе кеүек үк, улар ҙа социаль селтәрҙәрҙә, "Тик-ток"та ултыра, ҡарай. Тик был хәлдәр тураһында ишеткәс, барыуҙы ҡырҡа тыйҙым. Өлкәндәр араһында төрткөләш башланып китеп, минең балама тейһәләр нимә булыр ине? Уларҙы саҡырыусылар, әлбиттә, был турала уйламай”.
Фәрзәнә Байбулатова, әсәй кеше:
“Әлбиттә, мин бындай технологияларға ҡаршы. Ниндәй ата-әсә үҙ балаһына зыян теләһен инде. Бындай аҙымға барыуҙары башҡа һыймай. Бөтә булған юлдар менән балаларыбыҙҙы бындай манипуляцияларҙан һаҡларға кәрәк”.
Ата-әсәләр фекеренсә, йәмғиәтебеҙ балаларҙың нығынып бөтмәгән аҡылдарына тәьҫир итеү технологияһы менән осрашты. Был хәл республика етәксеһен дә бик борсой. Кисә республиканың Йәмәғәт палатаһы ултырышында ул был митингтар тураһында үҙ фекерен белдергәйне.
– Мин аңламайым, унда 12-13 йәшлек ҡыҙҙар һәм малайҙар ултыра. Минеңсә, балаларҙы сәйәси ваҡиғаларға йәлеп итергә тырышыу, кешелеклелек сифаттары яғынан ҡарағанда, енәйәткә тиң бит. Был – өлкәндәр эше. Практика күрһәтеүенсә, митингтарға ҡайһы бер кешеләр аҡса өсөн, ә ҡайһылары бөтөнләй провакация өсөн килә. Иң ҡурҡынысы - ҙур төркөмгә психикаһы формалашып та бөтмәгән балалар эләгә. Был саҡта ата-әсәгә иғтибарлы булырға кәрәк, сөнки тик атайҙар менән әсәйҙәр балаларының ғүмере һәм һаулығы өсөн яуаплы. Агитаторҙар фажиғә булған осраҡта яуаплылыҡ тотмаясаҡ, – тигәйне Радий Хәбиров.
Фото: "Башинформ".
Читайте нас