Башҡортостан халҡы иҡтисадты үҫтереү менән мәшғүл, республикала социаль өлкә үҫешкән, ә был осраҡта ҡаршылыҡ кәйефе көнүҙәк түгел, тип иҫәпләй Дәүләт Думаһы депутаты Павел Качкаев.
“Ниңә ҡаршылыҡ акцияһын яҡлап сыҡманылар? Бөтәһе лә ябай. Күмертау авиация етештереү предприятиеһы бөтөү өҫтөндә ине – хәҙер ике сменала эшләй, Бәләбәй “Автонормаль” заводы ике йыл торҙо – әле заказдар менән күмелгән. Ғафури исемендәге ҡош фабрикаһы, Саҡмағош һөт заводы эшләп киттеләр. Республика инвесторҙары Рәсәйҙәге ҙур ит комбинатын төҙөй. Аҡса килә. Кешеләр эшләй, ҡаршылыҡ белдерергә ваҡыттары юҡ”, – ти Павел Качкаев.