Ошо көндәрҙә республика Башлығы Радий Хәбиров бәлиғ булмағандарҙы властар рөхсәт итмәгән митингҡа йәлеп итеүҙе “енәйәт” тип атағайны. Уның әйтеүенсә, был кампания йәштәр араһында танылыу яулаған “TikTok” социаль селтәрендә киң йәйелдерелгәйне. Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы Кеше хоҡуҡтары буйынса совет ағзаһы Олег Галин хәбәр итеүенсә, сара барышында кәмендә 90 кеше ҡулға алынған, шуларҙың 19-ы – бәлиғ булмағандар.
Башҡортостанда Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил Милана Скоробогатова, митингта балаларҙың ҡатнашыуы тураһындағы мәғлүмәт мотлаҡ тикшереләсәк, тип белдерҙе. “Бөгөн иртән почтама ике белдереү килгән. Граждандар кескәй балаларын митингҡа алып барған кешеләр тураһында борсолоп һөйләй”, – тине ул.
Әле бәлиғ булмаған балаларҙың килешелмәгән митингта ҡатнашыуына юл ҡуйған ата-әсәләргә ҡарата 12 протокол төҙөлгән. Омбудсмен әйтеүенсә, күпселек осраҡта административ эш асыуҙың кәрәге булмаҫ. “Ата-әсә күрәләтә балаһын хәүефкә дусар итә. Өлкәндәр менән һөйләшеп, уларға хәлде аңлатырбыҙ. Бындай осраҡта иң сикке сара – ул административ статья буйынса протокол төҙөү”, – тине Милана Скоробогатова.